Аквамарин кешенең хәсрәттәрен, үҙен насар тойоуын һиҙеп, стрестан арынырға ярҙам итә, уйҙарын тәртипкә һала. Кешегә тиҙ ышанып барыусан хужаһын алдаҡтан һаҡлай.
Аметист кешенең эске донъяһын яҡшы яҡҡа көйләй. Аквамарин кеүек ул да һиҙгерлек, зирәклек өҫтәй. Аметист Һыуғоярҙарҙың энергияһын кәрәк юҫыҡҡа борасаҡ. Был аҫыл таш дауалау көсөнә лә эйә. Йоҡоһоҙлоҡтан арындыра, мейеләге ҡан әйләнешен нормалләштерә.
Фирүзә. Боронғо фарсы теленән “бәхет ташы” тигәнде аңлата. Был минерал еңеү, үҙ маҡсатыңа ирешеү билдәһе лә. Шулай уҡ финанс хәлде көйләй, бәрәкәт килтерә. Сағыу таш ҡапыл төҫһөҙләнә башлай икән, һаулыҡҡа иғтибар йүнәлтергә кәрәк.
Күк сапфир. Билдәле булыу тураһында хыялланған Һыуғоярҙарға сапфир ҡашлы биҙәүес алып тағырға кәңәш ителә. “Аҡыҡ эйәләре ташы” хужаһына тормошта үҙ урынын табырға ярҙам итер, ҡыйыулыҡ өҫтәр, интуицияһын үҫтерер.
Циркон. Һыуғоярҙарға таланттарын асырға, хәтерен яҡшыртырға, белемгә ынтылышын арттырырға ярҙам итә, ижади шәхестәргә илһам бирә. Шулай уҡ үҙ-үҙеңә ышаныс менән бер рәттән оптимизм, ыңғай энергия өҫтәй.