Рух
+3 °С
Ясно
Мәҙәниәт
1 Февраля 2021, 04:45

Февралгә һынамыштар

Бына ҡыштың һуңғы айы ла килеп етте. Беренсе көнөн, исеменә есемен тура килтереп, буран менән башланып тора. Ә халыҡ һынамыштары ни әйтә һуң Буранай тураһында?

Февралдә ҡайын ботағында ҡар алҡа-алҡа булып аҫылынып торһа, ул йылды иген уңыр.
Февралдә һыуыҡ: «Һыйыр мөгөҙөн һындырыр инем дә, көнөм генә ҡыҫҡа, тип әйтә», — имеш, ти.
Февраль ҡыш мөгөҙөн һындыра.
Февраль — ҡарға, ә апрель һыуға бай.
Йылы февраль һыуыҡ яҙ килтерә.
Февраль – бүреләрҙең туй айы. Ун бишенсе февралдә көн йылы булһа – яҙ һәйбәт килер.
Читайте нас