Рух
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
1 Февраль 2021, 09:20

1 февраль – Халыҡ-ара Десерт көнө

Ҡәҙерле дуҫтар, ә һеҙ ниндәй десерттар яратаһығыҙ һәм әҙерләйһегеҙ? Бәлки, рецепты менән дә бүлешерһегеҙ?

Нимә ул десерт? Иртәнге, төшкө йә киске тамаҡ ялғап алғандан һуң алғандан һуң төрлө тәмлекәстәр ашау һәр халыҡта ла тиерлек бар.
Хәҙер уларҙың әллә күпме атамаларын да беләбеҙ. Тирамису, грильяж, пудинг, чак-чак, чизкейк, эклер, марципан, шарлотка, штрудель, туңдырма. Уларҙың һәр береһенең үҙенең килеп сығыу тарихы бар. Хатта легендалар, йәки билдәле кешеләр исеме менән бәйле.
Десерт тип аталған тәмлекәстәргә арналған көндәр ҙә бар, Торт көнө, Эскимо көнө, Пирожный көнө, Шоколад көнө һ.б.
Хәҙер иһә шуларҙың барыһын бер көнгә туплаған Халыҡ-ара десерт көнө лә билдәләнә. Әлбиттә, ул рәсми байрам түгел, интернет аша таралған дата. Тик һаман да ике дата әйтелә: 12 ноябрь һәм 1 февраль.
1 февраль Америка блогеры һәм кондитеры Энджи Дадли уйлап сығарған кейк-поп десертына бәйле. Ул 2008 йылда киң тарала һәм күпселектең яратҡан десертына әйләнә.
Читайте нас: