Рух
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
18 Ғинуар 2021, 14:48

Йолаларыбыҙ НИГЕҘ ҠОРОУ

Элек башҡорттар нисек нигеҙ ҡорғандар, ҡайҙа урын һайлағандар – был турала “Башҡорт халыҡ ижады” китабында мәғлүмәт табырға була. Өлкәндәр һөйләүе буйынса ла беләһегеҙҙер.

Нигеҙ ҡоролаһы урынға тәүҙә ҙур аҡ таш һалалар. Тупһаға аҡ таш һалыу йолаһы ла бар. Кесе йома һайын шуны йыуып, сайып торалар.
Башҡорт ауылдарында борон йорттар урам буйлап теҙелеп ултырмаған: береһе эстәрәк, икенсеһе тыштараҡ һалынған. Сөнки улар тыныс урын эҙләгән.
Ә тыныс урынды шулай табалар: көмөш тәңкәне ауыртмаҡ кеүек итеп епкә таҡҡандар ҙа шуны ҡулға тотоп йөрөтөп сығалар. Тәңкә бәүелә башлаһа, ул ер оҡшамаған. Бәүелеүҙән туҡтаған ерҙә нигеҙ ҡорорға була.
Фото: Pinterest
19-сы быуатта бай башҡорт өйө
Читайте нас: