Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
29 Декабрь 2020, 00:59

Шәйехзада Бабичтың тыуған көнөнә арналған концерт күрһәтеләсәк

Башҡортостан юлдаш һәм Ҡурай-ТВ телеканалдарында Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 125 йыл тулыуға арналған к«Халҡым өсөн» концерты күрһәтеләсәк.

2021 йылдың 2 ғинуарында Башҡортостан юлдаш телевидиниеһы 18.30 сәғәттә һәм «Ҡурай-ТВ» телеканалы 13.00 сәғәттә шағир, күренекле йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәре Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 125 йыл тулыуға арналған концерт күрһәтә.
Концерт программаһында бөйөк шағирҙың әҫәрҙәре буйынса ижад ителгән йырҙар яңғыраясаҡ.
Сарала Әминә Шафиҡова, Рушана Бабич, Илгиз Таһиров, Рәмзил Сәлмәнов, Роберт Юлдашев һ.б. Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаттары ҡатнаша. Шулай уҡ Башҡортостандың атҡаҙанған артистары, Ф.Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Т.Сәйфуллин исемендәге дәүләт академия хор капеллаһы, Сибай концерт-театр берләшмәһе, “Мираҫ” йыр һәм бейеү фольклор ансамбле, һ.б. төркөмдәр сығыш яһаясаҡ.
Программаны «Бабич» фильмы авторҙары, С.Юлаев дәүләт премияһы лауреаттары Таңсулпан Бабичева, Булат Йосопов һәм Гөлсәсәк Саламатова әҙерләгән.
Башҡортостан мәҙәниәт министрлығы сайты мәғлүмәте буйынса әҙерләнде.
Читайте нас: