Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
22 Декабрь 2020, 14:26

Сабина – Халыҡ-ара конкурс лауреаты

Талбазы ауылынан Сабина Зинурова – күп наградаларға лайыҡ булған йәш вокалсы.

Сабина Мәскәүҙә үткән «ROSSиЯ.RU – 2020» IV Халыҡ-ара сәнғәт һәм ижад конкурсы лауреаты булды. Конкурс РФ Мәғрифәт һәм Мәҙәниәт министрлыҡтары ярҙамында уҙғарыла.
Йәш вокалсы төрлө кимәлдәге конкурстарҙан күп наградаларға эйә булды. Спутник ФМ-дағы «Өфө тулҡыны» музыкаль конкурсы еңеүсеһе лә. Сабина дүрт йәшенән үк йыр серҙәренә өйрәнә. Уның менән Финә Абдуллина шөғөлләнә.
Бына әле лә ҡыҙ һынатманы. Сабинаны ижади уңыштар киләсәктә лә көтөп торһон!
Мәҙәниәт бүлеге мәғлүмәттәренән.
Читайте нас: