Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
20 Декабрь 2020, 15:09

Әйҙәгеҙ әле, Яңы йыл алдынан бер матур ғына конкурс ойошторайыҡ!

Мөғжизәле Яңы йыл байрамы етеп килә! Күптәр өйҙәрендә шыршы биҙәнеләр, гирляндалар кис көнө тәҙрәләрҙән матур нур сәсә!

Әйҙәгеҙ әле, Яңы йыл алдынан бер матур ғына конкурс ойошторайыҡ!
Һәр кемдең өйөндә үткән, инде тарихта ҡалған Яңы йылдарҙың матур күренештәрен һаҡлаған фотолары бар. Үҙегеҙ йәки яҡындарығыҙ, балаларығыҙ төшкән фоторәсемдәрҙе беҙгә ебәрегеҙ. Нисәнсе йылда, ҡайҙа икәнен аңлатып, бәлки, берәй ҡыҙыҡ хәлгә бәйлелер (Яңы йыл темаһына) – шуларҙы яҙып беҙгә ебәрегеҙ. Фотолар 2005 йылға тиклем төшөлгән булырға тейеш.
“Яңы йылдарҙың яҡты иҫтәлеге” конкурсына 27 декабргә тиклем, теүәл бер аҙна, һеҙҙән фотолар көтәбеҙ. “Рух” гәзитенең “Бәйләнештә” социаль битенең “Тәҡдим ителгән” (“Предложенные”) тигән бүлегенә ебәрегеҙ.
Әүҙем булығыҙ! Бүләктәр көтә.
Читайте нас: