Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
18 Декабрь 2020, 14:57

Рифҡәт Исрафиловҡа «Алтын битлек» премияһы бирелде

Яҡташыбыҙ, сығышы менән Башҡортостандың Мәсетле районынан булған Рифҡәт Исрафилов «Алтын битлек» махсус премияһы бирелде.

Режиссер, Ырымбур дәүләт драма театры етәксеһе, РСФСР халыҡ артисы театр сәнғәтен үҫтереүгә тос өлөш индергәне өсөн ошо юғары наградаға лайыҡ булды.
Рифҡәт Исрафилов 1997 йылдан башлап М.Горький исемендәге Ырымбур дәүләт драма театрына етәкселек итә. Уға тиклем 1981-1996 йылдарҙа М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры етәксеһе була. Шул осорҙа ул билдәле режиссер-ҡуйыусыларҙың береһе булып таныла.
М.Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ баласаҡ», Ғ.Ҡотойҙоң «Тапшырылмаған хаттар», М.Фәйзинең «Ғәлиәбаныу», Ф. Кроммелинканың «Великодушный рогоносец» әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған спектаклдәр Рәсәйҙә киң танылыу алды.
Ф.Бүләковтың «Бибинур, аһ, Бибинур» пьесаһы буйынса сәхнә әҫәре ҙур әһәмиәтле ваҡиға булды. Ул «Туғанлыҡ» халыҡ-ара фестивалендә (1996, Уфа) Гран-при яулай, Мәскәүҙә Милли театрҙар фестивалендә миҙгелдең иң яҡшы спектаклдәрен күрһәтеү программаһында тамашасыға күрһәтелде.
Рифҡәт Исрафилов Рәсәйҙең театраль тормошонда әүҙем ҡатнаша. Милли театрҙар советы рәйесе булараҡ, ул төрки халыҡтарҙың «Туғанлыҡ» фестивален үткәреүҙе тәҡдим иткән.
Фото: https://gtrk-tv.
Читайте нас: