Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
18 Декабрь 2020, 23:29

Өфөгә күңелле һәм ҡыҙыҡлы сәйәхәт

17 декабрь Ауырғазы районы өлкәндәре өсөн “Тарихи һәм бөгөнгө Өфө” тип аталған бер көнлөк тур булды

Башҡортостанда 2020 йылда өлкән быуын кешеләре өсөн «Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек. Туризм»проекты эш башланы. Программа буйынса республиканың тәбиғәт ынйылары, мәҙәни мираҫ менән таныштырыу маҡсатында бер,ике көнлөк туристик маршруттар ойошторола.
17 декабрь Ауырғазы районы өлкәндәре өсөн “Тарихи һәм бөгөнгө Өфө” тип аталған бер көнлөк тур булды. Экскурсия автобусында иң тәүҙә Өфөнөң тарихи үҙәгендәге иҫтәлекле урындарға алып барҙылар. XVIII һәм XIX быуаттарҙа төҙөлгән йорттар менән таныштылар, төрлө ваҡиғалар үткән урамдарҙы күреп, ҡаланың тарихы менән таныштылар.
Салауат Юлаев һәйкәле урынлашҡан бейек тауҙан Ағиҙел күренешенә һоҡланып, һуңынан Милли музейҙың бай экспонаттарын ҡарап, онотолмаҫ тәьҫораттар алдылар.
Экскурсияны Өфө лимонарийында тамамланылар. Меңләгән ағас үҫкән урында цитрус һәм тропик емеш ағастары менән танышып, экскурсияға барыусылар бик ҡәнәғәт ҡалып ҡайттылар.
Ауырғазы район үҙәкләштерелгән китапханалар селтәре мәғлүмәте буйынса әҙерләнде.
Фотолар: https://vk.com/crb_g.ibragimov
Читайте нас: