Конкурс үткәреүҙең маҡсаты – халыҡты мәҙәни хеҙмәтләндереү сифатын күтәреү, «Ауыл күп функциялы клубы» һәм «Модельле мәҙәниәт йорто» исемдәрен йөрөтөүгә лайыҡ булыуҙы иҫбатлау.
Мораҙым ауыл мәҙәниәт йорто «Иң яҡшы күп функциялы ауыл йорто” номинацияһында III дәрәжә диплом менән бүләкләнде.
Афарин, мораҙымдар! Һеҙгә артабан да яңы үрҙәр яуларға булһын, ижади уңыштар теләйбеҙ!
(Район модельле мәҙәниәт һарайы сайты мәғлүмәте буйынса әҙерләнде).