Рух
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
17 Декабрь 2020, 01:58

ХАЛЫҠ-АРА БАШҠОРТ МИЛЛИ КЕЙЕМЕ ОҪТАЛАРЫ КОНКУРСЫ САҒЫУ ҮТТЕ

I «Тамға» халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары проекты һөҙөмтәләре Башҡорт теле көнөнә арналған сарала «Башҡортостан» дәүләт концерт залында иғлан ителде.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы һәм «Мәргән уҡсы» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы етәксеһе Юлай Ғәлиуллин Гран-приға лайыҡ булды. Төп награданы — 300 000 һумлыҡ сертификат. Уны еңеүсегә Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова тапшырҙы.
Конкурста Юлай Рәфҡәт улы «Башҡорт милләте — реконструкция» номинацияһында улус старшинаһы образын күрһәтте. Күсмә һыбайлы костюмы — авторҙың ҡул эше. Ул уны музей архивтары буйынса башҡарылған.
«Заманса автор костюмы» номинацияһында Роза Юлдашбаева (Өфө ҡалаһы), «Башҡорт милли биҙәүестәре» номинацияһында — Рөстәм Дәүләтов (Өфө ҡалаһы), «Башҡорт милләте һәм музыкаһы — реконструкция» номинацияһында — Роберт Хәмиҙуллин (Өфө ҡалаһы), «Традицион башҡорт костюмы аксессуарҙары» номинацияһында — Гөлдәр Шабиева (Өфө) беренсе урынды алды.
Еңеүселәргә 100 000 һум күләмендәге аҡсалата сертификаттар тапшырылды. Сара барышында ошо уҡ проекттың финалсылары-ҡатнашыусылары дефиле, эштәр күрһәтелде.
БӨТӘ ДОНЪЯ БАШҠОРТТАРЫ ҠОРОЛТАЙЫ МАТЕРИАЛЫ БУЙЫНСА.
Читайте нас: