Фәриҙә Йәһүҙә ҡыҙы Ҡудашева Шишмә районы Келәш ауылында тыуған. Бәләкәй сағынан йырларға ярата, урындағы радиола сығыш яһай, үҙешмәкәр түңәрәктәрҙә ҡатнаша. Йырсының оло сәнғәт иленә тәүге һуҡмаҡ юлдары шулай һалына.
Өфө сәнғәт техникумын тамамлағандан һуң Дүртөйлөләге колхоз-совхоз театрында һәм Башҡорт академия драма театрында эшләй. 1941-1944 йылдарҙа һәм 1956 йылдан башлап хаҡлы ялға тиклем Башҡорт дәүләт филармонияһында солист булып эшләй.
Фәриҙә Ҡудашеваның ижад юлында уның тормош иптәше виртуоз музыкант һәм композитор Бәхти Ғайсин ыңғай роль уйнай: улар бергәләп пар күгәрсендәрҙәй гөрләшеп ижад итә һәм халыҡ күңелен яуларлыҡ йырҙар башҡара.
Күренекле шәхестең булмышын мәңгеләштереү маҡсатынан Халыҡ-ара “Дуҫлыҡ моңо” фестиваленә Фәриҙә Ҡудашева исеме бирелде. Фәриҙә Ҡудашева йырҙары һәм ҡабатланмаҫ тауышы менән һәр саҡ беҙҙең арала. Юҡҡа ғына уны башҡорт һәм татар йыр сәнғәтенең тере легендаһы тимәйҙәрҙер: сөнки тап уның башҡарыуындағы йырҙар халыҡтың хис-тойғоларын, көсөн, матурлығын, күңел киңлеген сағылдыра, йөрәккә үтеп инә.
“Башҡортостан календары”нан.