Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
15 Декабрь 2020, 16:41

Ауырғазыла Башҡорт теле көнөнә байрам концерты булды

Башҡорт теле көнөндә Ауырғазы район мәҙәниәт һарайында "Халҡым моңо һүнмәҫ мәңгегә" тип аталған байрам концерты үтте.

Ул бер юлы ике байрамға – Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә һәм Башҡорт теле көнөнә - арналды. Бөтә төрки донъяла киң танылыу яулаған Мифтахетдин Камалетдин улының, халыҡ телендә хөрмәт менән Аҡмулла тип аталған билдәле мәғрифәтсе һәм шағирҙың тыуған көнөнә тура килтерелгән Башҡорт теле көнө. 14 декабрь – Башҡортостан тарихында үҙенсәлекле, милли, шул уҡ ваҡытта бөтә халыҡтар өсөн әһәмиәтле көн.
Байрам концертында башҡорт теле бөтә матурлығында күрһәтелде. Ул башҡорт музыкаһында яңғыраны, моңло йыр, ҡурай тауышында ишетелде, бейеү хәрәкәттәрендә сағылды.
Барлыҡҡа килгән эпидемиологик хәл менән бәйле, төбәктә байрам концерттары онлайн режимында үтә, 7000-дән ашыу кеше ҡараны.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты инициативаһы буйынса Башҡорт теле көнө 2016 йылдан башлап үткәрелә. Быйыл Өфөлә үткән Бөтә донъя башҡорттарының V ҡоролтайында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров форум делегаттарының Башҡорт теле көнөн йыл һайын үткәреү тәҡдимен хупланы.
Ауырғазы моделле мәҙәниәт һарайы сайты материалдары буйынса
Фото: шул уҡ сайттан.
Читайте нас: