Рух
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
10 Декабрь 2020, 22:57

Иң матур башҡортса һүҙ ниндәй?

Ойоштороусылар 1 меңдән ашыу вариант араһынан 12 һүҙҙе һайлап алды.

1 ноябрҙә «Иң матур башҡорт һүҙе» проекты старт алды. Рәсәй төбәктәрендә бының кеүек проект юҡ.
Тауыш биреү ике этапта ойошторолдо:
1-15 ноябрҙә bashslovo.ru сайтында матур яңғырашлы һүҙ тәҡдим иттеләр;
22 ноябрҙә сайтта йыш тәҡдим ителгән 12 һүҙ һайлап алынды һәм тауыш биреү башланды;
Ойоштороусылар 1 меңдән ашыу вариант араһынан 12 һүҙҙе һайлап алды. Исемлектә атай, йөрәккәйем, йән, йәнтөйәк, ҡот, намыҫ, өмә, сабыр, тылсымлы, хыял, һөйәм, әсәй тигән һүҙҙәр күрһәтелгән.
14 декабрҙә — Башҡорт теле көнөндә иң матур һүҙ иғлан ителә.
«Башҡортостан халҡы тәҡдим иткән һүҙҙәр араһында һирәк ҡулланылған һүҙҙәрҙең осрауы мөмкин. Был тарихтың байлығын һәм телдең күркәмлеген күрергә, телмәрҙе байытырға мөмкинлек бирә. Әлеге һүҙҙәрҙең йәнә йәмғиәттә йәшәй башлауы ихтимал, яңы ресторандар, күңел асыу үҙәктәре, балалар өсөн уҡыу үҙәктәре, парктар неймингында һәм йәмәғәт тормошо өлкәләрендә файҙаланылыр. Был республиканың үҙенсәлеген һәм матурлығын күрһәтер, уның туристик имиджын тулыландырыр», — ти проект авторы – режиссер, продюсер, «Телешко» балалар телевидениеһы мәктәбе директоры Рөстәм Аҙнабаев.
Проектты ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһының Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында, шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм «Тамыр» балалар-үҫмерҙәр телеканалы хеҙмәттәшлегендә «Медиаформат» киң мәғлүмәт сараларын популярлаштырыу буйынса балалар-үҫмерҙәр үҙәге һәм «Телешко» балалар телевидениеһы мәктәбе. Уға республиканың дәүләт телдәрен, Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү өсөн республика Башлығы гранты аҡсаһы бүленгән.
Тауыш биреү 14 декабргә тиклем bashslovo.ru сайтында үткәрелә. Иң матур башҡорт һүҙе Башҡорт теле көнөнә арналған тантанала иғлан ителә.
“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы материалдары ҡулланылды.
Читайте нас: