Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
7 Декабрь 2020, 12:15

«Йондоҙҙарҙан бейегерәк минең уйым!”

Рәшит Назаров йөрәген күккә атып, йондоҙҙарҙан да бейегерәк юғарылыҡҡа күтәрелгән шағир булып шиғриәт һөйөүселәр күңелендә йәшәй.

Ундайҙар миллион йылға бер тыуалыр, билләһи. Хоҙай ҡөҙрәте, тәбиғәт бүләге булып донъялыҡҡа ебәрелгән шағир, ысын шиғриәтте танытыр өсөн генә яратылған кеүек. Уның ижады әле һаман асылып етмәгән, ә бәлки асылмаҫ та сер.
17-18 йәшлек егеттең донъяға, йәшәйеш ҡиммәттәренә ҡарашын шиғырҙарынан уҡып, аҡыл һәм хистәр тәрәнлегенә хайран ҡалаһың! Оҙон тормош юлын үтеп, тәжрибә туплаған оло кеше, тиерһең.
2019 йыл – шағирҙың тыуған яғы Ауырғазыла “Рәшит Назаров йылы” булып тарихта ҡалды. Хәйер, уны данламаған, иҫкә алмаған бер генә йыл да юҡтыр. Район китапханаһында Р. Назаровтың шиғырҙарын яттан һөйләүселәр бәйгеһе традицияға әйләнгән. Шағирҙың ижадына арналған бай йөкмәткеле күргәҙмә эшләй.
Р. Назаровтың бер туған апаһының ейәнсәре һәүәҫкәр рассәм Гөлназ Йәлилова шағирҙың портретын оҫта һүрәтләгән. Был эш Төрөмбәттәге музейҙа һаҡлана.
Шиғырҙарын яратҡан, күңелендә йөрөткәндәр арта ғына. Элегерәк ижад кисәләре, конкурстар китапхана, мәктәптәрҙә, мәҙәниәт йорттарында үтһә, хәҙер донъяны бер бөтөн иткән интернет аша Р. Назаровтың ижадын таратыу, еткереү мөмкинлеге бар.
Интернет шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе шиғриәт һөйөүселәрҙе бер майҙанға йыйҙы. Был һөйөндөрә - йәштәр, балалар матурлыҡҡа, нәфис һүҙ сәнғәтенә ынтыла. Тимәк, шағирҙың исеме киләсәк быуындарҙың да йөрәгенә, күңеленә күсә.
Ауырғазыла йәшәп ижад итеүсе, тәржемәсе А.С. Савельев-САС сыуаш халҡына Рәшит Назаровты танытты.
«Йөрәк» шиғырын сыуаш телендә ишеткәс тә, башҡорт шағирына хөрмәтем һәм ҡыҙыҡһыныуым артты.
Ниндәй тетрәндергес шиғыр! – тиеүселәр әҙ булманы улар милләтенән.
Рус, инглиз, мордва, татар телдәрендә лә Р. Назаров шиғырҙары бер үк яңғырай - берсә уйландыра, берсә һоҡландыра.
Интернет бәйгелә күптәр «Йөрәк” шиғырын һайлаған. Был шиғыр -аяныслы яҙмышҡа дусар булған йәш таланттың ижад юлын сағылдырғандай.
Ҡайҙа ғына яңғыраманы шиғырҙар - алыҫ Себер яҡтарында, шағир үҙе гиҙгән баҫыу-ҡырҙарҙа, урамдарҙа, хатта Ҡыҙыл Майҙанда ла...
Уҡыусылар, уҡытыусылар, студенттар нәфис һүҙ оҫталығын Рәшит Назаровтың ижады аша күрһәтте, туған телдәрҙе пропагандалау эшен дә алып барҙы. Ниндәй телдә яңғыраһа ла, шиғриәт- матурлыҡҡа әйҙәй, хис-тойғоларҙы, рухты байыта. Шиғыр яратҡан кешенең күңеле һәр ваҡыт яҡшыға ынтыла, яманлыҡҡа урын ҡалдырмай.
Рәшит Назаровтың ижадын халыҡҡа еткереү буйынса эшләнгән эштәр үҙ емештәрен бирер-уҡыусы балаларҙың , йәштәрҙең күңелдәренә шиғри юлдар матурлыҡ һәм изгелек орлоҡтары булып сәселер. Шағир үҙе лә:
...Ауһа һабаҡ, ул да тупраҡ була,
Бирмәй, беләм, емеш.
...Күңелдәргә сәсел, йөрәк йырым,
Бары орлоҡ килеш,- тип яҙған “Йырыма» шиғырында.
-Рәшит Назаров- үҙе бер донъя,- ти яҡташы Гөлфиә Ханнанова.- Уның шиғыр юлдарын сигеү - күңелемә сикһеҙ ҡәнәғәтлек, илһам бирә. Нимәгә тотонһам да, еңел эшләнә.
Башҡорт поэзияһын пропагандалап ҡына ҡалмай, милләтебеҙҙең боронғо ҡул сәнғәтен дә данлай замандашыбыҙ.
Эйе, хөрмәтләйҙәр яҡташтары шағирҙы. Төрөмбәт урта мәктәбе уҡытыусыһы Гөлзәйнәп Нафикова башланғысы менән булдырылған музей күптәнән эшләй. Уны байыраҡ, күрмәлеклерәк итер өсөн етәкселектән иғтибар кәрәк.
Рәшит Назаров- тәбиғәт менән донъялыҡтың ғәжәйеп гармонияһын аңлап, ижад иткән киң даирәле шағир.
...Телемдә, ҡәләм елендә
Шиғыр ҙа, йырҙар ғына,-
Уй күгенән уйылып төшкән
Уймаҡ йондоҙҙар ғына.
Күпме йондоҙ алдым күктән
Мин сүпләп берәм-берәм,-
Дуҫым! Бөртөгөн ҡалдырмай
Һинең йөрәккә бирәм.
«Тыуған яҡтарында- шағирҙы илһамландыр мәғрүр ҡаялар ҙа, ҡара урмандар ҙа юҡ. Шиғриәт юлына старт майҙансығы итеп ябай ауыл урамын алған бөйөк яҙыусы», - ти яҡташы тураһында Фәнүзә Нәҙершина.
...Ерем шары-өйөм минең,
Бөтә йыһан-минең урам!( Үҫеүсе киңлек)
тип яҙған Р. Назаров үҙе тураһында.
Тормошто ныҡ яратҡан, бөтә күңеле менән уға ғашиҡ булған шағир, ваҡ-төйәк ығы-зығынан, түбәнлектәрҙән азат булырға өйрәтә.
...Моңһоҙ булма. Бушҡа уҙған йылдар
Ғүмереңә бирмәй нур улар.
Моңһоҙ йөрәк-йыртыҡ янсыҡ; көндәр-
Төшөп кенә ҡалған ынйылар...
Ябай хеҙмәт кешеһенә, арыу-талыуҙы белмәй эшләгән игенсегә- хөрмәте сикһеҙ. Ер хаҡын, тыуған яҡ ҡәҙерен йөрәге менән дә, колхоз баҫыуында эшләгәндә ҡулдары менән дә тойған Рәшит Назаров.
...Бына баҫыу. Аш тулы табаҡ һымаҡ,
Ерҙең боҫо, күтәрелә борҡорап.
Мин, эйелеп, тупраҡ алам ҡулыма,
Майҙай иреп китә усым, йылына-
Шундай рәхәт!
Тик мин шуға һөйөнәм,
Үҙ йылымды уға мин дә бит бирәм.( «Баҫыуҙа”)
Р. Назаровтың шиғриәтендә тормошҡа зарланыу юҡ. Тәрән фәлсәфә ятҡан юлдарҙы тәү тапҡыр уҡығанда аңлауы ла ҡыйын. Шиғырҙарын уҡый-уҡый, үҙең дә һиҙмәҫтән тормош асылын, тәбиғәттәге күренеш менән йәшәйештең бәйләнешен тойомлайһың. «Шиғриәттәге бер сағыу күренешкә”, “атылған йондоҙға” тиң башҡорт шағиры милләтебеҙҙең аң-торошоноң генетик юғарылығына, тәрәнлегенә миҫал ул. Тыуған еребеҙ- таланттар хазинаһы!
Минира БИКӘНӘСОВА.
Читайте нас: