Рух
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Сентябрь 2020, 15:40

«Йәштәр уҡыу залы» эшләй

Йәштәр өсөн китапханаға килеү ҡыҙыҡлы һәм популяр булһын өсөн Ауырғазы районының Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге үҙәк район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре һәр саҡ эҙләнеү өҫтөндә, яңы эш формалары табып, уларҙың йөкмәткеһен заманса талаптарға яраҡлаштыра.

Шуға күрә лә улар өсөн төп уңыш – был урын китап һәм белем һөйөүселәрҙең яратҡан аралашыу һәм ял итеү урыны булып ҡалыуы. Йәштәр өсөн заманса уңайлы уҡыу залын асыу «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Реаль эштәр» программаһы ярҙамында тормошҡа ашырылған.
«Йәштәр уҡыу залы» уҡыу һәм ижад, проекттар һәм инновациялар өҫтөндә эшләп, яңы офоҡтарға ынтылыусы барлыҡ йәш кешеләрҙе ҡабул итергә әҙер.
Йәш таланттарҙың был залда беренсе осрашыуы асыу тантанаһына тура килде. Унда ҡәләм тибрәтеүсе йәштәрҙән Даниил Андреев һәм Иншар Вәлитов, шиғыр ижад итеүҙә беренсе аҙымдарын яһаған Лиана Ҡунаҡҡулова һәм республика баҫмаларында ижад емештәре баҫылып тороусы Айгизә Йосопова, рэп стилендә ижад итеүсе талантлы, цифрлы телевидение индереү буйынса иң яҡшы волонтер исемен йөрөтөүсе Денис Әблиев. Йәштәрҙең күркәм ижады китап уҡыусыларҙың һәм шиғриәт һөйөүселәрҙең күңел түрен яулағандыр, моғайын.
«Йәштәр уҡыу залы» - “Уңышҡа юл - китапхана аша!” девизы аҫтында эшләйәсәк.
Бында китап уҡырға яратыусыларҙы һәр саҡ ҡуш ҡуллап ҡаршы алалар. Бында килеүселәрҙе ҡыҙыҡлы белем биреү майҙансыҡтары, оҫталыҡ кластары, ыңғай кисерештәр һәм яҡшы кәйеф көтә.
Рәсемдәрҙә: Йәштәр өсөн уҡыу залын асыу тантанаһынан күренештәр.
Читайте нас: