Рух
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
31 Август 2020, 16:05

Бабич музейы асылды

29 август Мишкә районының Ҡыйғаҙытамаҡ ауылында мәшһүр башҡорт шағиры, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Шәйехзада Бабичтың музейы асылды

29 август Мишкә районының Ҡыйғаҙытамаҡ ауылында мәшһүр башҡорт шағиры, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Шәйехзада Бабичтың музейы асылды. Ул шәхестең тыуыуына 125 йыл тулыу айҡанлы иҫтәлекле сара булды.
Ҡыйғаҙытамаҡ – Бабичтарҙың нәҫел төйәге. Шәйехзаданың атаһы Мөхәмәтзакир ошо ауылда тыуып үҫкән, һуңғы йәшәү урынын да изге атайсалында тапҡан. Һаҡланып килгән шәжәрәләргә ҡарағанда ауылдағыларҙың күбеһе – Бабич нәҫелдәре.
Тантанала Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, билдәле тарихсы Салауат Хәмиҙуллин, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре һәм атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Нәфирә Иҡсанова (Бабичева), Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Рушанна Бабич ҡатнашты.
Мишкә районы хакимиәте башлығы Павел Трапезников сараны асып: “Барыбыҙҙы ла бер тойғо – тыуған еребеҙҙе данлаған, уның мәртәбәһен арттырған арҙаҡлы яҡташтарыбыҙ менән ғорурланыу тойғоһо берләштерә, – тине. – Бөгөн олуғ шағирыбыҙ Шәйехзада Бабич хөрмәтенә йыйылғанбыҙ. Талантлы кеше бар яҡлап та талантлы тигән һүҙҙәр тап уның кеүектәргә ҡарата әйтелгән. Бөйөк шағир ғына түгел, арҙаҡлы йәмәғәт эшмәкәре лә була ул. Ҡыҫҡа ғына ғүмере балҡып янып һүнгән йондоҙға оҡшаш. Ошо яҡтылыҡты беҙ һаман да тоябыҙ”.
Тантанала Республика халыҡ ижады үҙәге, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм “Аҡбуҙат” балалар журналы тарафынан ойошторолған “Бабич һүҙе” конкурсы еңеүселәре лә тәбрикләнде.
Улар башҡарыуында бөйөк Бабич шиғырҙары берәүҙе лә битараф ҡалдырманы.
Сара һуңында шағирҙың бюсына сәскәләр һалынды.
“Башҡортостан” гәзите материалдары буйынса әҙерләнде.
Читайте нас: