Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
9 Июнь 2020, 16:00

«Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни комплексы – әһәмиәтле объект

Бөрйән районындағы «Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни комплексы бинаһын 2020 йылдың аҙағына тиклем төҙөп бөтәсәктәр

Бөрйән районындағы «Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни комплексы бинаһын 2020 йылдың аҙағына тиклем төҙөп бөтәсәктәр.
Ул Шүлгән мәмерйәһенең уникаль һынлы сәнғәтен һаҡлау маҡсатын күҙ уңында тота. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров туристик объекттарҙы төҙөү барышы менән танышты.
Проект буйынса музей бинаһы өс ҡатлы була, уның майҙаны 4 мең квадрат метрҙан ашыу буласаҡ. Бында барлыҡ мәмерйә һүрәттәренең факсимилеһы теүәл күрһәтеләсәк, шулай уҡ фәнни-тикшеренеү комплексы, фондтарҙы һаҡлау урыны, археология экспонаттары музейы, ике төрлө форумдар үткәреү өсөн конференц-залы барлыҡҡа киләсәк. Объекттың хаҡы 350 миллион һум тәшкил итә.
– Бар төп позициялар буйынса мәмерйә эргәһендәге музей аналогтарынан өҫтөн буласаҡ, арзан һәм заманса комплексҡа әүереләсәк, – тип һөйләй Башҡортостандың күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса фәнни-производство үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин. – Был музей ғына түгел, ә эре ғилми-тикшеренеү, белем биреү һәм этномәҙәни үҙәк буласаҡ. Төҙөүселәр объектты тапшырғандан һуң беҙ уның эсен тултыра башлаясаҡбыҙ.
Артабан экспозицияны һәм ғилми үҙәген урынлаштырыу өсөн комплекс бинаһын төҙөү 2020 йылдың ноябренә планлаштырыла. Бындай әһәмиәтле объектты 2021 йылда асыу туристар ағымын арттырыу мөмкинлеген бирәсәк.
Ағиҙел йылғаһы яры ла төҙөкләндереләсәк. Бында причал урынлаштырыу өсөн һыуҙы тәрәнәйтеү һәм ярҙарын нығытыу эштәре үткәреләсәк. Пляж зонаһы төҙөкләндереләсәк.
Данир Гайнуллин «Шүлгәнташ» комплексы тирәләй туристик зонаны үҫтереүҙең генераль планына 6,5 миллион һум аҡса бүлеү кәрәклеге тураһында һөйләне. Төбәк башлығы тейешле йөкләмәләр бирҙе.
– Республикалағы бер нисә объект төҙөүҙе туҡтатырға тигән ҡарар ҡабул итеүгә ҡарамаҫтан, тарихи-мәҙәни комплексты төҙөү буйынса эштәр күләме элеккесә график буйынса алып барыла һәм дауам итә, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. – Беҙгә бында тағы күп нәмә эшләйһе бар. Шүлгәнташ мәмерйәһендәге ата-бабаларығыҙҙың мираҫын һаҡлау һәм шул уҡ ваҡытта был урындың тәбиғи матурлығын юғалтмау мөһим. Социаль яғы ла әһәмиәткә эйә. Был яңы эш урындары, һалым һәм урындағы бюджет, бәләкәй бизнесты үҫтереү.
  • Радий Хәбиров үҙ сәхифәһендә түбәндәгеләрҙе яҙған.
  • "Шүлгәнташ" музейы бинаһы контуры комплекс тирә-яғында урынлашҡан Урал тауҙары рельефын теүәл ҡабатлай. Ә музейға инеү урыны Шүлгәнташ мәмерйәһенең эсенә ингән урынды хәтерләтә.
    Архитекторҙар барыһын да ваҡ-төйәккә ҡәҙәр уйлаған – амфитеатрҙы бинаның төньяҡ өлөшөнә урынлаштыра, ул 500-гә тиклем тамашасыны һыйҙырасаҡ. Унда фәнни симпозиумдар үткәрергә, фильмдар күрһәтергә, лекциялар уҡырға мөмкин буласаҡ.
    Беҙ был ерҙең тәбиғи матурлығын һаҡлап ҡалыу өсөн барыһын ла эшләйәсәкбеҙ, бөтә эште дөрөҫ ойошторорға көрөк. Эйе, шикһеҙ, "Шүлгәнташ" музей коплексында айырым залдарҙа мәмерйәгә, уның уникаль экспонаттарына арналған заманса экспозициялар урынлашасаҡ.
    Осор ҡатмарлы булыуға ҡарамаҫтан, беҙ ҙә эште туҡтатманыҡ, был объекттар беҙҙең өсөн бик кәрәк һәм мөһим. Музей комплексын 2020 йылдың аҙағына тапшырасаҡбыҙ.
    Читайте нас: