Рух
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
9 Апрель 2020, 19:45

“Шатлыҡ”тар шатлыҡ тарата

Район мәҙәниәт һарайында балалар төркөмдәре араһында сағыу сығыштары менән билдәле “Шатлыҡ” өлгөлө хореография коллективы.

Район мәҙәниәт һарайында балалар төркөмдәре араһында сағыу сығыштары менән билдәле “Шатлыҡ” өлгөлө хореография коллективы.
Ул үҙен 2003 йылда танытты, 2009 йылда иһә “Өлгөлө” исеменә лайыҡ булды, артабанғы йылдарҙа ошо исемгә лайыҡ булыуын иҫбатланы.
Коллективтың етәксеһе Альбина Йәлилова, ул балаларҙың ысын дуҫы, кәңәшсеһе, уңыштарға әйҙәүсеһе. 120-нән артыҡ малай һәм ҡыҙҙар күңелендә бейеү сәнғәтенә ҡыҙыҡһыныу һәм һөйөү тәрбиәләй.
Репертуарында алтмыштан артыҡ бейеү һалынған коллективтың ҡаҙаныштары ла күп.
Ауырғазы район хакимиәте, “Ауырғазы йондоҙсоҡтары” конкурсы дипломдарынан башлап, Өфөлә үткән “Илһам” халыҡ-ара конкурс-фестивалендә яңғыҙ бейеү номинацияһында (Аделина Йәлилова) беренсе урын, Туймазы ҡалаһында «Дуҫлыҡ бейеүҙәре» IV асыҡ республика балалар халыҡ хореографияһы фестивалендә икенсе дәрәжә лауреат, “Сыңлы үксә” V асыҡ республика халыҡ коллективтары конкурсында өсөнсө дәрәжә, шулай уҡ Мәскәүҙә “Grand festival” халыҡ-ара хореография сәнғәте конкурсында өсөнсө дәрәжә дипломдарына лайыҡ булдылар. “Шатлыҡ” коллективы районда үткән һәр сараның күркәм биҙәге лә булып тора.
Альбина Хәким ҡыҙының тәрбиәләнеүселәре бейеү оҫтаханаһы булған “Байыҡ” башҡорт бейеүе республика телевизион конкурсында ла уңышлы сығыш яһанылар. Айҙар Фасиҡов тамашасы һөйөүе номинацияһы лауреаты, Динара Йомағолова лауреат булды.
2018 йылда Азалия Йомағолова менән Аделина Йәлилованың «Байыҡ» телевизион конкурсында ҡатнашыуын күптәр күҙәтеп барғандыр. Улар 1-се дәрәжә дипломға лайыҡ булды, Гала-концертта ҡатнашты. Ҡыҙҙар үҙҙәре шөғөлләнгән «Шатлыҡ» өлгөлө хореография ансамбле составында бихисап еңеү яуланы, шуларҙың иң әһәмиәтлеһе - Болгарияла Гран-при алып ҡайтыу. Был етәкселәре Альбина Йәлилованың педагогик оҫталығына, ҡыҙҙарҙың таланты һәм ныҡышмалығына ла бәйле, әлбиттә.
Коллективтан егеттәр һәм ҡыҙҙар ҡанат нығытып китә тора, улар урынына кескәйҙәр килә, ә Альбина Хәким ҡыҙы ҡабат ең һыҙғанып, уларҙы бейеү иленә алып инә, улар менән бергә борсола, һәм сәхнәлә беренсе аҙымдар яһатып, еңеүҙәргә алып бара.
Рәүилә БАРДЫБАЕВА.
Читайте нас: