Башҡортостанда ауыл биләмәләре араһында «Йырсы ауыл» республика конкурсы дауам итә. Был ижади бәйге 2019 йылдың октябренән 2020 йылдың октябренә тиклем барасаҡ.
Программа концерт номерҙарын тыңлауҙы, тыңлау йомғаҡтары буйынса иң яҡшы коллективтар һәм башҡарыусылар ҡатнашлығында йомғаҡлау концертын, еңеүселәрҙе бүләкләүҙе үҙ эсенә ала.
Конкурста ҡатнашыуға муниципаль райондарҙың ауыл тораҡ пункттарының үҙешмәкәр йыр коллективтары (халыҡ йыры, фольклор йыры, эстрада йыры ансамблдәре; ғаилә ансамблдәре; ир-егеттәрҙең йыр ансамблдәре һәм яңғыҙ башҡарыусылар) саҡырылды, уларҙың йәше сикләнмәгән.
Һайлап алыу (2019 йылдың октябре-декабре) этабында икенсе турға үтеүселәр район (2020 йылдың февраль-майы) мәҙәниәт һарайында сығыш яһаны.
Талбазы мәҙәниәт һарайында 16 мартта үткән этапта сағыу милли кейемдәрҙәге халыҡ коллективтарын яңғыҙ йәки парлы башҡарыусылар алыштырҙы. Мораҙым ауылынан ир-егеттәр триоһы бик матур йырҙар менән сығыш яһаны.
Гала-концерт Өфөлә була, унда иң яҡшы коллективтар һәм башҡарыусылар сығыш яһай. Конкурс еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы менән тамамланасаҡ.
Ойоштороусылар — Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, район хакимиәттәре.