Китапхананың "Китап-Табип" терапия үҙәгенең балалар бүлегендә "Ғаилә" үҙәге менән Талбазы ауылы лицейының йәш волонтерҙары 5Б класс уҡыусылары ярҙамында ғаилә ялы уҙғарылды.
Килгән ҡунаҡтар урыҫ халҡының ауыҙ-тел ижады менән танышты: йомаҡтар ҡойолдо, әкиәттәр уҡылды, һынамыштар, тиҙәйткестәр, мәҡәлдәр әйтелде. Был балалар өсөн телмәрҙәрен, хәтерҙәрен үҫтереү, асыҡ, аңлайышлы һөйләшеү өсөн бик уңышлы эш төрҙәре ине.
Шулай уҡ 5Б класы уҡыусылары урыҫ халҡының "Маша һәм айыу" әкиәте буйынса ҡурсаҡ спектакле ҡуйҙы.
Ә инде "Ғаилә" үҙәге эшселәре үҙ сиратында халыҡ уйындары менән таныштырҙы. Балалар рәхәтләнеп бейенеләр, "Түңәрәк икмәк", "Шишмәкәй", "Сәйлән", "Мине тап", "Ер, ут, һыу һәм һауа" кеүек уйындар уйнанылар.
Уҡыусылар үҙҙәренең ата-әсәләре менән балсыҡтан әкиәт геройҙарының һындарын әүәләнеләр. Ә беҙ инде тағы бер тапҡыр балаларҙың таланттары ҙур һәм киң икәненә инандыҡ.
Был сараға "Фольклориада-2020" тигән китаптар күргәҙмәһе лә ойошторолғайны.
Балалар һәм ата-әсәләр үҙҙәренең китапханала уҙғарылған ваҡыттарын бик файҙалы уҙғарҙы тип ышанып, киләһе сараларҙа көтөп ҡалабыҙ, тиҙәр китапхана эшмәкәрҙәре.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Исламғолова Рәйсә Усман ҡыҙы