Берлинда «Йәшел аҙна-2020» 85-се халыҡ-ара күргәҙмәһе асылды
Рәсәй экспозицияһында Башҡортостан да ҡатнаша. Форумда Башҡортостандың хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов Австрияның федераль ауыл хужалығы, төбәктәр һәм туризм министры Элизабет Кестингер менән осрашты. Яҡтар ауыл һәм урман хужалығы, шулай уҡ туризм өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында һөйләшеп килеште.
Коллектив стендта республиканың 12 предриятиеһы күрһәтелгән. Башҡортостан Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге күргәҙмәлә бал ассортименты, 30-ҙан ашыу косметик тауар, 25-ләп дауалау-профилактикалау продукттары төрҙәре тәҡдим иткән.
Башҡортостан предприятиелары ресторандар эше бүлегендә лә ҡатнаша. Унда гастрономия саралары, дегустация уҙғарыла. Шулай уҡ күргәҙмәгә килеүселәр “Russian Food Market” зонаһында Рәсәй етештереүселәренең продукцияһын һатып ала.
Экспозициялар эше ижади коллективтарҙың ҙур концерт программаһы менән оҙатыла.
“Йәшел аҙна”ла төрлө илдәр аҙыҡ-түлек сәнәғәтендә, ауыл хужалығында, баҡсасылыҡтағы иң яҡшы ҡаҙаныштары менән таныштыра.
«Йәшел аҙна» күргәҙмәһе 26 ғинуарға тиклем дауам итә.
Фото: Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.