Рух
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
17 Декабрь 2019, 16:35

Түбәнге Новгородта Башҡортостандың йәш театралдарҙы тәбрикләнеләр

16 декабрҙә Түбәнге Новгород ҡалаһында Волга буйы федераль округының сәхнә сәнғәте буйынса «Театраль Волга буйы» йәштәр фестиваленең еңеүселәрен һәм призерҙарын тәбрикләнеләр.

Түбәнге Новгородта Башҡортостандың йәш театралдарҙы тәбрикләнеләр
16 декабрҙә Түбәнге Новгород ҡалаһында Волга буйы федераль округының сәхнә сәнғәте буйынса «Театраль Волга буйы» йәштәр фестиваленең еңеүселәрен һәм призерҙарын тәбрикләнеләр.
Был уникаль проект Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаровтың башланғысы менән тормошҡа ашырылды. Үҙешмәкәр театр коллективтарын ижади көнәркәшлеккә ылыҡтырыу, был йүнәлештә яңы исемдәр асыу -фестивалдең төп маҡсаты шулар булды.
Ҡатнашыусылар уларға күптән ошондай бәйге кәрәк булғанлығын, бик еңелдән булмаһа ла, Волга буйы федераль округында йәшәгән тиҫтерҙәре менән ижади ярышҡа сығыуҙан дәрт-дарман өҫтәлгәнлеген билдәләй.
Бәйгелә 483 коллектив һәм ете мең йәш актер ҡатнашҡан. Ҡайһы берәүҙәр өсөн был сара кимәлен күтәрергә ярҙам итһә, кемдәрҙер оҫталығын тағы ла арттырған, ә иң мөһиме – һәр ҡайһыһы тамашасыларҙың һәм жюри ағзаларының аныҡ баһаһын алған.
Йәш театр коллективтары сәхнәләштергән тамашаларҙы 150 меңдән ашыу кеше ҡараған, 36 мең тамашасы спектаклдәрҙең видеояҙма вариантын интернет селтәре аша күргән. 30 меңгә яҡын халыҡ тауышы менән иң көслөләр билдәләнгән.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Иң яҡшы студенттар спектакле” номинацияһында Сыуаш Республикаһының ижади студияһы финалға сыҡҡайны, ә мәктәп уҡыусылары араһында Башҡортостандың Межгорье ҡалаһы уҡыусыларының тамашаһы иң яҡшыһы тип табылғайны.
“Театраль Волга буйы” фестивале барыһы өсөн дә тиң ижади шарттар булдыра һәм ысын ижадҡа бер ниндәй ҙә кәртәләр булмауын иҫбатлай.
Тәбрикләү тантанаһында Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Олег Машковцев беренсе урын яулаусылар менән бергә көмөш һәм бронза миҙалдар алғандарҙы ла бүләкләне. Йәштәр иҫтәлекле билдә һәм яңы спектаклдәр ҡуйыу өсөн 100 меңдән 200 мең һумғаса маҡсатлы гранттар алды. Иң шәп режиссерҙар һәм актерҙар Мәскәүгә сәйәхәт менән бүләкләнде. Уларға баш ҡалала Рәсәйҙең иң данлыҡлы театрҙары спектаклдәрен ҡарау бәхете тейҙе.
Иң шәп афишалар ижад итеүселәр ҙә билдәләнде.
“Йәй көнө Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле студент театрҙарының йәш актерҙары менән “iВолга” форумында осрашты. Шунда бер егет бик күп кешеләрҙең театр менән шөғөлләнеүен үҙе өсөн төп асыш булыуын белдергән. Бәлки, театр яратыусылар өсөн бөтөн бер мәҙәни киңлек булдырыу проекттың төп һөҙөмтәһе булғандыр. Бөгөн беҙ фестиваль еңеүселәрен тәбрикләйбеҙ. Әммә бында еңелеүселәр юҡ: һәр ҡатнашыусы үҙенең ижады өсөн яңы этәргес, гуманизм тәжрибәһе, аңлау һәм теләктәшлек тапты”, - тине Олег Машковцев.
Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары,Театр йылында тыуған фестиваль тамашасыларҙың һорауы буйынса артабан да дауам итәсәк, тине.
Рәүилә БАРДЫБАЕВА әҙерләне.
Читайте нас: