Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
17 Декабрь 2019, 16:00

Район мәҙәниәт һарайында Театр йылын ябыу тантанаһы үтте

14 декабрҙә район мәҙәниәт һарайында Театр йылын ябыу тантанаһы булдыТеатр йылын ябыуға арналған сарала «Экос» өлгөлө театр-студияһының йәш актерҙары спектакль күрһәтте.

14 декабрҙә район мәҙәниәт һарайында Театр йылын ябыу тантанаһы булды
Театр йылын ябыуға арналған сарала «Экос» өлгөлө театр-студияһының йәш актерҙары спектакль күрһәтте.
Спектаклде Юлиана Ғиндуллинаның «Доли секунды» повесы буйынса әҙерләгәндәр. «Ҡурҡырға түгел» («Не надо бояться») тигән исем аҫтындағы тамаша бер тында ҡаралды. Тамашасылар уны бик яратып ҡабул итте һәм алҡыштарға күмде.
Режиссер-ҡуйыусы Рәмил Насировтың тәрбиәләнеүселәренең сығыштары һәр ваҡыт юғары кимәлдә, спектаклдең һәр детале, һәр күренеше уйланған, ижади яҡтан бөтөн була.
Шуға ла тамашасы уларға тоғро ҡала, ҡыҙыҡһынып килә, баһалай, ярата. Актерҙарҙың оҫта уйыны көлөргә лә, иларға ла, борсолорға ла, ғөмүмән, хис-тойғоларҙы бергә кисерергә мәжбүр итә.
Рәсәй Президенты Владимир Путин указы менән 2019 йыл Театр йылы тип иғлан ителгәйне. Уны асыу тантанаһында ла «Экос» театр-студияһы «Ҡыштың һыуыҡ бер көнөндә» тип аталған Яңы йыл мажаралары менән спектакль ҡуйҙы.
Тантаналы сарала Театр йылы штандартын Стәрлебаш районы беҙҙең районға тапшырҙы. «Ауырғазы» халыҡ театры уларҙың сәхнәһендә Рауил Ғәлиндың «Эт ҡаны» комедияһын күрһәтте.
Райондың үҙешмәкәр артистары театр коллективтарының «Театр яҙы» фестивалендә, «Театр төнө» республика акцияһында, Ҡырмыҫҡалы ауылында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған видеофильм төшөрөүҙә ҡатнашты.
Театр йылы тамамланһа ла, театр тормошо ҡайнап торор, театр сәнғәте мәңге һүнмәҫ!
Ауырғазы район мәҙәниәт һарайы сайтындағы мәғлүмәт буйынса
Рәүилә БАРДЫБАЕВА әҙерләне.
Читайте нас: