Рух
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
9 Декабрь 2019, 22:30

Башҡорт драма театрына 100 йыл тулыуға - китап

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия театры тураһындағы башҡорт һәм рус телдәрендә баҫылған китаптың презентацияһы театрҙың 100 йыллыҡ юбилейына арналған кисәлә үтте. Ул ике мең экземпляр тираж менән баҫтырылған. Йөкмәткеһе театр тарихының төп осорҙары һәм унда эшләгән кешеләр тураһында.

Өфөлә Башҡорт драма театрының 100 йыллыҡ юбилейына ҡарата уның ойошторолоуы тураһында ике телдә сыҡҡан китап менән таныштырыу булды.
Баҫма ике мең экземпляр тираж менән донъя күргән.
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия театры тураһындағы башҡорт һәм рус телдәрендә баҫылған китаптың презентацияһы театрҙың 100 йыллыҡ юбилейына арналған кисәлә үтте. Ул ике мең экземпляр тираж менән баҫтырылған. Йөкмәткеһе театр тарихының төп осорҙары һәм унда эшләгән кешеләр тураһында.
"Китап ике телдә сыҡты, ул театрҙың юбилейына арналған. Унда башҡорт театрының асылыуынан бөгөнгө көнгә тиклемге тарихы тасуирлана, иң әһәмиәтле ваҡиғалар, спектаклдәр тураһында яҙылған, ҙур өлөшө айырым шәхестәргә – актерҙарға, режиссерҙарға – арналған”, - ти китап авторҙарының береһе Айһылыу Сәғитова.
Башҡорт драма театры бинаһында ремонт эштәре барғанлыҡтан, юбилей сараһы Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә үтте. Был үҙе бер символик мәғәнәгә эйә: 1922 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Өфөгә күскәс, театр тап ошо бинала урынлаша.
Кисәнең ҡунаҡтарын урамда һәм фойела урам һепереүсе, һалдат, XIX быуат кешеләре кейемдәрендәге артистар тамашаһы ҡаршыланы. “Беҙ XIX быуат атмосфераһын булдырырға тырыштыҡ, урамға “полуторка” тип йөрөтөлгән машина ҡуйҙыҡ. Ул театр эшләй башлаған, башҡорт театрына дәүләт статусы бирелеү тураһындағы указға ҡул ҡуйылған йылдарҙы хәтерләтә ине. Төрлө йылдар кисергән, ауырлыҡтар, репрессия, һуғыш заманы, ләкин театр бер көнгә лә ябылмаған. Ат арбаларында спектаклдәр күрһәтелгән, фронттарҙа сығыш яһағандар, - ти халыҡ артисы, театр актеры Алмас Әмиров. – Был беҙҙең өсөн ҙур байрам”.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров театрҙың милли мәҙәниәтте, телде һаҡлауға ҙур өлөш индереүен билдәләп үтте, коллективҡа ижади уңыштар теләне һәм артистарға, хеҙмәткәрҙәргә дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Сәхнәнең әйҙәүсе оҫтаһы, Рәсәй Федерацияһының халыҡ һәм атҡаҙанған, Башҡортостан Республикаһының халыҡ һәм атҡаҙанған артисы Хөрмәтулла Үтәшев Салауат Юлаев ордены менән, Халыҡтар дуҫлығы ордендары менән Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Илһөйәр Ғәзетдинова, Башҡортостандың халыҡ артистары Илдар Ғүмәров, Илдар Сәетов бүләкләнделәр. Шулай уҡ башҡа артистар һәм театр хеҙмәткәрҙәре Рәхмәт хаттары, Маҡтау грамоталары алды.
Башҡорт драма театрына 1919 йылда Стәрлетамаҡта нигеҙ һалынған, академия учреждениеһы тигән исеме 15 йылдан һуң бирелә. Театр башҡорт телен, мәҙәниәтен һаҡлаусы, ул төрлө кимәлдәге театр фестивалдәрендә мотлаҡ ҡатнаша. Ике пьеса “Алтын битлек” премияһына лайыҡ булған.
/ТАСС мәғлүмәттәре буйынса/.
Читайте нас: