Рух
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
2 Декабрь 2019, 13:19

Мораҙымда Фәнүзә Нәҙершинаның ижад кисәһе үтте

Ауырғазы районы башҡорттары ҡоролтайының башланғысы менән Мораҙым күп тармаҡлы ауыл мәҙәниәт йортонда фольклорсы, филология фәндәре докторы, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, С.Юлаев ордены кавалеры, ике йөҙҙән артыҡ фәнни эштәр авторы Фәнүзә Нәҙершинаның ижади кисәһе ойошторолдо.

Мәҙәниәт йортондо күренекле ауылдаштарының ижадына бағышланған күргәҙмә залы асылды.
Сара Мораҙым ауылы гимнынан башланды. Михайловка ауыл Советы хакимиәте башлығы Нил Ҡоҙашев тәбрикләү һүҙендә Фәнүзә Айытбай ҡыҙына рәхмәт белдерҙе.
Кисәгә саҡырылған тел белгесе, филология фәндәре докторы, профессор Фирдәүес Хисәметдинова Фәнүзә Нәҙершинаның башҡорт халыҡ йолаларын һаҡлауҙа башҡарған ҙур эштәрен билдәләп үтте.
Ә ғалимә үҙе залда ултырыусыларҙы үҙ тамырҙарын, быуындарын белергә, онотмаҫҡа, мәҙәни ҡиммәттәрҙе һаҡларға саҡырҙы. Мораҙым ауыл китапханаһына һәм мәктәпкә үҙенең китаптарын бүләк итте.
Ижади кисәгә йәм өҫтәп райондың фольклор коллективтары сығыш яһаны. Улар араһында Мораҙым мәҙәниәт йортоноң “Гөлнәзирә”, Степановка ауылы мәҙәниәт йортоноң “Свитанок”, Михайловканан “Зоренька”, Таштамаҡтың “Шишмә”, район мәҙәниәт йортоноң “Аҡ ҡалпаҡ”, Төрөмбәттән “Йыйын” коллективтары бар ине. Улар халыҡ йолаларын сәхнәләштерҙе.
Читайте нас: