Рух
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
17 Июль 2019, 12:01

Салауат ағай менән осрашыу

Үҙәк район китапханаһында Салауат Әсфәтуллин менән осрашыу быйыл да бик ҡыҙыҡлы булды

Яҙыусы, архитектор, экономист һөнәрҙәренә эйә булған, зыялы замандашым менән интернет аша таныш инем. Калуга ҡалаһынан килгән Салауат Ғәзим улы Әсфәтуллин менән район китапханаһында осрашыу бик тулҡынландырғыс булды.

Китапхана хеҙмәткәрҙәре яҡташыбыҙ менән осрашыуға ентекле әҙерләнгән. Салауат Ғәзим улының китаптары күргәҙмәһендә уның хаҡында яҙылған материалдар ҙа урын алған. Кисәне Айгөл Ғәзиева йылы, күңелгә ятышлы итеп алып барҙы.
Салауат Әсфәтуллин Талбазы ауылында тыуып үҫә. Атаһы - Ғәзим Арыҫлан улы Усман (Ҡаҙморон) ауылынан. Стәрлетамаҡ ҡалаһында урта мәктәпте тамамлағас, юғары уҡыу йортона инә. Һуңынан Калуга ҡалаһына комсомол юлламаһы менән эшкә китә.

Яҙыусылар союзы ағзаһы, ун китап авторы, бынан тыш егерме китапта авторҙар исемлегендә, бик күп гәзит-журналдарҙа мәҡәләләр менән сығыш яһай. Уның әҫәрҙәре республика, Калуга өлкәһендә сыҡҡан баҫмаларҙа донъя күрә.

С.Ғ. Әсфәтуллин башҡорт халҡының тарихын ентекле өйрәнгән. Айырыуса хәрби походтар хаҡындағы күп төрлө мәғлүмәттәргә асыҡлыҡ индергән ул.

Уның ҡаҙаныштары хаҡында бик күп яҙырға була, бер мәҡәлә генә етмәй. Сөнки Салауат Әсфәтуллин - күп яҡлы талант эйәһе! Уның яҙған тарихи, фәнни китаптарын Англия, Италия, Америка, Германия, Франция, Испания университеттарында уҡыйҙар. Автор башҡорт яугирҙәре тураһындағы китабын яңынан сығарыу өҫтөндә эшләй, тарихи архивтарҙан бик күп яңы материалдар табып, башҡорт һалдаттарының 1812 йылдағы ҡаһарманлыҡтарын, рус һалдаттары менән дуҫлығын дәлилләй.

«Өс религия берлеге», «Ҡөрьән һәм Библия» китаптары уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Был әҫәрҙәр фәнни-публицистик, фәлсәфәүи стилдә яҙылған. Диндең барлыҡҡа килеүе, уларҙың бер нигеҙҙән булыуын иҫбатлап, автор тыныс тормошҡа, дуҫлыҡҡа саҡыра, һуғыш, теракттарҙың мәғәнәһеҙлеген иҫбат итә.
Мәртәбәле ҡунағыбыҙҙы Талбазы башҡорт гимназияһы уҡыусылары ҡотланы. Башҡорт йырҙары, шиғырҙары яңғыраны, дәртле бейеүҙәр күрһәтелде.

Район хәкимиәте башлығы З.Иҙрисов Салауат Әсфәтуллин-дың ижад юлына һоҡланыуын белдерҙе, иҡтисад, тарих өлкәһенән ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын да бирҙе.

Салауат Ғәзим улының ике туған һеңлеһе Флүзә Сәлихова йылы хәтирәләре менән уртаҡлашты.

- Салауат ағайыбыҙға ҡунаҡҡа барһаҡ, ул һәр ваҡыт тәмле ризыҡтарҙы үҙе әҙерләп ҡаршы ала ине, - тине Флүзә Рәйес ҡыҙы. - Еңгәм менән бик һәләтле ул үҫтерҙеләр, үҙ-ара татыу, мөхәббәтле тормошта йәшәнеләр, - ти ул.
Салауат Ғәзим улы бик күп премиялар лауреаты, уны Калуга, Мәскәү ҡалаларында яҡшы беләләр, төрлө ижади осрашыуҙарға саҡыралар.

Яҡташыбыҙҙың ижадын, уның китаптарын, беҙ, райондаштары, беләбеҙме?

Уның китаптарын уҡыйбыҙмы? Башҡорт халҡының данлы үткәнен Салауат Әсфәтуллин һымаҡ ентекле өйрәнгән кеше юҡ әле. Яугир, ҡаһарман башҡорттарҙың данын китаптарында яҡтыртып, милләтебеҙҙе бөтә донъяға танытыусы арҙаҡ-лы райондашыбыҙҙың ижадын, тормош юлын белергә, өйрәнергә, йәштәребеҙгә еткерергә тейешбеҙ.
Сарала Төрөмбәт ауылының «Йыйын» фольклор төркөмө әҙипкә тыуған яҡ тураһында матур йыр менән милли ризығыбыҙ бауырһаҡ бүләк итте.

Районыбыҙҙың һәләтле йәштәре Фәнәғәт Юлмөхәмәтов, Фәһим Ғайсин йыр-ҡурай моңдары менән сығыш яһаны.

-Күп осрашыуҙарға йөрөйөм, әммә был осрашыу – иң яҡшыһы һәм иҫтәлеклеһе, - тине Салауат Әсфәтуллин.

Һуңынан ата-олатайҙар төйәгенә, йәмле Өршәк буйҙарына күңеле тартып торған тыуған яҡтарына юлланды әҙип.

Минира Үтәгәнова.
Читайте нас: