Рух
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
7 Июнь 2019, 02:00

Оҫталыҡ бүлешкәндән арта ғына

28 майҙа Үтәймулла ауылының ҡул оҫталары үҙҙәрендә ҡунаҡтар ҡабул итте.

28 майҙа Үтәймулла ауылының ҡул оҫталары үҙҙәрендә ҡунаҡтар ҡабул итте.

Мораҙым, Төрөмбәт ағинәйҙәре, район башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Фәүзиә Ғәли ҡыҙы Юламанова етәкселегендә, шатланып, оҫталыҡ дәресендә һаҡал эшләү серҙәренә төшөнөргә тип килде.
Үтәймулла мәҙәниәт йортоноң фойеһына теҙелгән өҫтәлдәрҙә оҫта-бикәләрҙең ҡул эштәре урын алған. Улар үҙҙәренең сағыулығы, матурлығы, төрлөлөгө менән һоҡландыра. Ҡунаҡтар эштәрҙе ҡарап сыҡҡас, тамашасылар залында музыкаль сәләмләү ҡараны. «Сәсеү» йолаһында бураҙнаға йомортҡа тәгәрәтеү күренешен сәхнәләштереп, ҡыҙҙарҙың дәртле бейеүҙәре, йырҙар менән, шиғырҙар һөйләп күңелдәрҙе күтәрҙе хужалар. Төрөмбәт ағинәйҙәре лә бүләк итеп йыр башҡарҙы.

Ҡор башы, аҡһаҡал Тимербәк Йәғәфәров нисек итеп түңәрәк ойоштороп, ауыл клубын йәнләндереп ебәреүҙәрен, киләсәккә пландарын һөйләне. Фәүзиә Ғәли ҡыҙы Үтәймулла ауылы халҡының уңғанлығын билдәләп үтте.

- Бында беренсе шәжәрә байрамы үткәрелде. «Табынфест» кеүек сараларҙа ҡатнаштылар, ғөмүмән, булмағанды булдыралар, ҡул ҡаушырып ултырмайҙар. Һәр башҡорт ауылында осрашып, йыйындар үткәрәйек, сөнки бындай байрамдарҙың маҡсаты киң: йәштәрҙе әүҙемләштереү, берләштереү, дәртләндереү, сәмләндереү, уларҙы ауылдың йәмәғәт тормошона йәлеп итеү, шөғөл-һөнәрҙәрҙе иҫкә төшөрөү ул, - тине.
Оҫталыҡ дәресен Роза Аҙнабаева күрһәтте. Ире Тимербай Рәшитов - уның ҙур ярҙамсыһы. Ул да үҙенең хеҙмәт ҡоралдарын алып килгән, шунда уҡ тәңкәләргә тишек тишеп, уларҙы бер аҙ соҡорландырып, әҙерләп бирҙе. Бер сәғәттә 60 тәңкә эшләп була, ти заманында механизатор булып хеҙмәт иткән уҙаман. Роза апай иһә ҡатын-ҡыҙҙарға үҙенең ҡул эшенең серҙәре менән уртаҡлашты. Нисек итеп сәйләндәрҙе теҙә башларға, ниндәй ерлеккә ниндәй төҫ һайларға - быларҙың барыһын да тәфсилләп аңлатты. Энә-еп, төрлө биҙәүес әйберҙәре әҙерләп алып килгән ҡунаҡтар уның кәңәштәрен тыңлап, оҫтаның артынан эштәрен башланы.
- Мин үҙем дә һаҡалдарҙы бер нисә йыл элек кенә эшләй башланым. Тыуған яғым Ҡырмыҫҡалы районы Алайғыр ауылына барып, ундағы оҫталар менән аралашып, эштәрен өйрәнеп ҡайттым. Сәйлән, тәңкәләр, төрлө биҙәүестәр ҡулланам. Табын ырыуының биҙәктәрен эшләй башларға теләгем ҙур, - ти Роза Зәки ҡыҙы.

Һуңынан хужаларҙың сәй табыны артында, ҡунаҡтарҙың күстәнәстәре менән тәмле сәй эсеп, йәнле һөйләшеү дауам итте.

Шундай файҙалы һәм фәһемле осрашыу ойошторғандары өсөн ихлас күңелдән рәхмәттәр әйтеп, үҙҙәренә лә саҡырып, ике яҡ йылы хушлашты.
Һаҡал менән селтәр башҡорт халҡында киң таралған, әммә төбәктәренә ҡарап, төрлөсә биҙәлгән. Уға ҡарап, башҡорттарҙың йәшәгән төбәген, социаль хәлен билдәләп булған. Әйтеүҙәренсә, ҡыҙ бала өсөн бәләкәй саҡта уҡ һаҡалға мәрйен, тәңкә һәм башҡа биҙәү әйберҙәре тегелә башлай.



Читайте нас: