Рух
+2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
19 Апрель 2019, 02:00
Халҡыбыҙ йолаларын тергеҙәйек!
Урындағы инициативалар проекты буйынса, ниһайәт, Мәҙәниәт йорто төҙөкләндерелде һәм бинаға йылы бирелде. Үтәймулла ауылы Табын ырыуы ҡоролтайы яҡын тирәләге бер-нисә ауылдың гүзәл заттары менән ҡор йыйҙы.
Һөйләшеүҙең төп мәсьәләһе – үҙебеҙҙең онотолоп барған боронғо кәсебебеҙҙе тергеҙеү һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙы мәҙәниәт тормошона йәлеп итеү. Түңәрәктәр асырға килештек береһе - йыр һәм бейеү, ә икенсеһе - ҡатын-ҡыҙҙарҙың биҙәнеү өлгөләрен эшләү. Һуңғыһына ең һыҙғанып Роза Аҙнабаева тотондо. Ул тәүге осрашыуҙа түңәрәк ағзаларына башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының боронғо кейем өлгөләренең рәсемдәрен һәм фотоларын күрһәтте, һаҡал эшләр өсөн ниндәй материалдар кәрәк буласағын аңлатты.
- Һаҡал эшләр өсөн ҡыҙыл сепрәк кәрәк буласаҡ, шулай уҡ күп кенә мәрйен һатып алырға тура киләсәк. Ирҙәрегеҙгә лә эш бар - улар көмөш аҡсаларҙы уртанан тишеп бирерҙәр. Төрлө-төрлө ептәр, энәләр һәм башҡа материалдар табырбыҙ,- тине ул.
Был ҙур эшкә Аҡ инәйҙәр ойошмаһы әүҙем тотоноп китте. Уның етәксеһе Фәнүзә Самиғулла ҡыҙы, шулай уҡ Вазифа Ғәлиулина, Фәйрүзә Хөсәйенова, Альбина Ғибадуллина, Гөлирә Ильясова, Розалиә Әсәҙуллина һәм башҡа апайҙар оҫта ҡулдар икәнен тиҙ генә иҫбат иттеләр. 8 мартҡа ойошторолған концерт сәхнәһенә улар үҙҙәре эшләгән тәүге биҙәнеү өлгөләре менән сыҡтылар. Тамашасылар уларҙы ҙур алҡыштар менән ҡаршыланы.
Йыр – моңға ынтылғандар менән оҫта гармунсы Нафиков Фәиз Рәжәп улы күңелле дәрестәр алып бара. Бер концерт та унан башҡа үтмәй. Гөлирә Ильясова балаларға боронғо һәм хәҙерге бейеүҙәрҙе өйрәтә. Уларҙың сығышы береһен дә битараф ҡалдырмай.
Мәҙәниәт йортоноң киләсәктә ауыл халҡы өсөн ишектәре һәр ваҡыт асыҡ булыр һәм тағы яңы түңәрәктәр асып, халыҡты йәлеп итер, тигән өмөттә ҡалабыҙ.
Тимербәк Ғәлимов,
Үтәймулла ауылы
Читайте нас:
Новости партнеров
Синоптиктарға ышанырғамы, Рәйес бабайғамы?
“Җиде бала үстек әткәй белән...”
О чём говорят немые колонны Уфы