Бөтә Башҡортостан ғына түгел, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән дә Рушана өсөн тауыш биреүселәр, уның еңеүен теләүселәр бихисап булды. Ләкин инде бөтә йөрәге менән уның өсөн борсолоусы, һәр шатлығын да, көйөнөүен дә йөрәгенә ныҡ яҡын алып, һәр сығышын көтөп алыусылар - уның иң яҡындары: ата-әсәһе, туғандары, олатай-өләсәһе булды.
Төрөмбәттә Рушана Вәлиеваның әсәһе яғынан Миңлегөл нәнәйе менән Урал ҡартатаһы йәшәй. Ибраҡовтар биш бала тәрбиәләп үҫтергән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайғы ла урап үтмәгән уларҙы: бер улдары әрмелә һәләк булған.Башҡалары барыһы ла ғаиләле, балалары менән атай-әсәй йортона ҡайтып торалар. Ейән-ейәнсәрҙәрен һөйөнөп ҡаршылап, уларҙы ҡарашып, нәнәй-ҡартатай булыуҙары менән бәхетлеләр.
- Балаларыбыҙҙың балаларының уңыштарына ҡыуанабыҙ, улар менән ғорурланабыҙ. Тимәк, дөрөҫ тәрбиә алған, маҡсатына өлгәшеүсән, тырыш, - тиҙәр Миңлегөл апай менән Урал ағай. - Ейәнсәребеҙ Рушана ла, башҡалары ла сәнғәтҡә ғашиҡтар. Ил кимәлендәге ярышта ҡатнашып, финалға барып етеүе беҙгә ҙур шатлыҡ инде. Быға ирешеү өсөн йоҡоһоҙ төндәре лә, үҙенә талапсан булып, өҙлөкһөҙ эшләүе лә бушҡа булманы. Тырышлығы, еңелеүҙәр алдында ҡаушап ҡалмауы менән маҡсатына ирешә белә. Уҡыуында ла һынатмай. Рушана ауылға ҡунаҡҡа килһә, Неля, Эльмира апайҙары менән бергә беҙгә гел концерттар ҡуя торғандар ине. Йыр, бейеү менән күңелдәрҙе күтәрә инеләр. Әле лә осрашыуҙарыбыҙ йыр-бейеүһеҙ үтмәй. Алдағы тормоштарында ла уңыштары күп булһын, һәр саҡ изге йөрәкле, кешелекле булып ҡалһындар.Донъялар тыныс булһын, бар кешеләр ҙә гел изге уйҙар менән генә йәшәһен, тип теләйбеҙ.
- Әлбиттә, Рушананың һәр сығышын ҙур тулҡынланыу менән көтөп алдым, - ти ҡыҙҙың әсәһе Нурия менән бер туған апайы Зөлфиә. - Ул һәр яҡлап өлгөлө бала, ниндәй генә өлкәлә лә үҙен һыната торғандарҙан түгел. Атай-әсәйебеҙ беҙгә туғансыл булырға кәрәк, тип өйрәтте. Һәр саҡ Кеше булып ҡалыу ҙа тәрбиә ҡануны булып ҡабул ителде. Балаларыбыҙ ҙа бер-береһен яҡын туған икәнлеген аңлап, аралашып йәшәй.
Бына шундай татыу, ҙур ғаиләнең бер ағзаһы Рушана. Уны уңыштарға дәртләндереп тороусы, ярҙам ҡулы һуҙыусы туғандары, яҡындары күп булыуы менән дә бәхетле ул.