Азалия Йомағолова менән Аделина Йәлилованың «Байыҡ» телевизион конкурсында ҡатнашыуын күптәр күҙәтеп барғандыр. Һәм, ниһайәт, улар 1-се дәрәжә дипломға лайыҡ булды, Гала-концертта ҡатнашты. Был етәкселәре Альбина Йәлилованың педагогик оҫталығына, ҡыҙҙарҙың таланты һәм ныҡышмалығына ла бәйле, әлбиттә.
Азалия - беренсе кластан, ә Аделина балалар баҡсаһынан уҡ бейеү менән шөғөлләнә. Уларҙың еңеүҙәре лә етерлек. Аделина «Илһам» халыҡ-ара, «Сыңлы үксә» республика халыҡ бейеүҙәре конкурстарының 1-се дәрәжә лауреаты, шулай уҡ Халыҡ-ара конкурста Азалия менән парлы бейеү башҡарып, икенсе урынды яуланылар. Ҡыҙҙар үҙҙәре шөғөлләнгән «Шатлыҡ» өлгөлө хореография ансамбле составында бихисап еңеү яуланы, шуларҙың иң әһәмиәтлеһе - Болгарияла Гран-при алып ҡайтыу. Азалия - ижади ғаиләнән. Йомағоловтар район һәм республика сәхнәләрендә сығыш яһап торалар. Ҙур ҡыҙҙары Динара бынан ике йыл элек «Байыҡ» телевизион конкурсының лауреаты булды.
«Оҫталар, костюмдарҙың төрлөлөгө, халыҡ көйө, фольклор бейеүҙәр, төрлө хистәр, күтәренкелек менән - республиканың төрлө райондарынан килгән айырым бейеүсеме ул, коллективмы - барыһы ла бер сәхнәгә йыйылып, сағыу тамаша булды. Конкурстың етәксеһе, алып барыусыһы Рита Өмөтбаева барыһына ла яҡшы һүҙен таба, илһамландыра белә, - тип һөйөнөсө менән уртаҡлашты «Шатлыҡ» өлгөлө бейеү ансамбле етәксеһе Альбина Йәлилова. - «Байыҡ» - ул бейеү оҫтаханаһы, йылдан-йыл әһәмиәтлерәк була бара. Беҙҙең өсөн ул сираттағы һынау булды, һәр этап алдынан - борсолоуҙар, күнекмәләр. Баһалама ағзаларының ҡыҙҙарҙың бейеүен, уның техникаһын, етәксе булараҡ минең эште нисек ҡабул итеүҙәрен тыңлап тороу минең өсөн дә, Азалия менән Аделина өсөн дә тулҡынландырғыс булды. Был һүҙҙәрҙе беҙ генә түгел, бөтә телевизор ҡараусылар ҙа ишетеп торҙо бит! - «Эх, шаян ҡыҙҙар» бейеүен үҙем ҡуйҙым, ә икенсеһен - «Әхирәттәр»ҙе - Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт бейеү ансамбле солисткаһы Йәмилә Бикбаева ярҙамы менән әҙерләнек, бейеүгә көйҙө атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Илшат Яхин яҙҙы. Костюмдар әҙерләүсе Надежда Ефимоваға матур костюмдар тегеүе өсөн ҙур рәхмәтлебеҙ.
Ярыш йыл буйы дауам итә, ҡыҙҙар өсөн борсолоуҙар күп булды, уларға берҙәм дәүләт имтихандарына ла әҙерләнергә кәрәк. Еңеү яулауыбыҙ әҙерлек ваҡытындағы ауырлыҡтарҙы ла онотторҙо, шатлығыбыҙҙың сиге юҡ - беҙ үҙебеҙҙең алға ҡуйған маҡсаттарыбыҙҙы үтәнек, хыялыбыҙ тормошҡа ашты! Гала-концертҡа үтеүебеҙ ошо тырышлыҡтарыбыҙҙың бушҡа китмәүен күрһәтә». Альбина Хәким ҡыҙы ҡыҙҙарҙың уҡыу буйынса ла һынатмауҙарын әйтеп үтте. Ҡыҙҙар диплом менән, етәкселәре Мәҙәниәт министрлығының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде.