Рух
+1 °С
Облачно
Мәғариф
5 Октября , 13:59

Ауырғазы районына «Ауыл уҡытыусыһы» программаһы буйынса йәш педагог килде

По программе «Земский учитель» в с. Толбазы жить и работать переехал молодой специалист – Салават Баймурзин. Он преподает математику в Толбазинской башкирской гимназии им. Рашита Назарова.«Ауыл уҡытыусыһы» программаһы буйынса Талбазы ауылына йәш белгес – Салауат Баймырҙин йәшәргә һәм эшләргә күсте. Ул Рәшит Назаров Талбазы башҡорт гимназияһында математиканан уҡыта. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Ауырғазы районына «Ауыл уҡытыусыһы» программаһы буйынса йәш педагог килдеАуырғазы районына «Ауыл уҡытыусыһы» программаһы буйынса йәш педагог килде
Ауырғазы районына «Ауыл уҡытыусыһы» программаһы буйынса йәш педагог килде

Салауат Башҡорт дәүләт университетының тәбиғи-математика факультетын тамамлаған. «Ауыл уҡытыусыһы» программаһы тураһында өләсәһе Мәрйәм Бураҡаеванан белә. Ул Талбазыла гимназияға эшкә барырға ла кәңәш бирә. Егет ғариза бирә, документтар йыя, конкурсты уңышлы үтеп, бында эш башларға мөмкинлек алған. Гимназияла, уның һүҙҙәренсә, йылы ҡаршы алалар. Коллектив яҡшы, барыһы ла ярҙам итә, һәр мәсьәлә хәл ителә.

- Был минең беренсе эш урыным түгел, - тип һөйләй йәш математик. - Университеттан һуң мине Әбйәлил районының Гусево ауылында мәктәп директоры итеп тәғәйенләнеләр. Стажым етмәгәс, директор вазифаһын башҡарыусы булдым. Әйткәндәй, мин ул саҡта илдә иң йәш директор булғанмын – был хаҡта федераль телеканалда сюжет төшөрҙөләр. Һуңынан армияға алдылар.

Һөнәр һайлауҙа ла ғаилә тарихы бар. Әсәһе - уҡытыусы, Таһир Күсимов исемендәге Асҡар гимназияһында эшләне, әле «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналында эшләй. Олатаһә менән өләсәһе лә уҡытыусы булғандар. Салауаттың да педагогиканы һайлауы ғәжәп түгел. Мәктәптә математика һәм тарих дәрестәрен ярата. Ике предметтың ҡайһыһындыр һайларға кәрәк була. Математика - фәндәр батшабикәһе, логиканы, фекерләүҙе үҫтерергә ярҙам итә. Шуға күрә математика факультетын һайлай.

Балалар менән эшләү тураһында ул мауығып һөйләй, һәм гимназияла уҡыу форматы уның өсөн ҡыҙыҡлы.

- Интернат бар, көндөң икенсе яртыһында гимназистарҙа төрлө секциялар, түңәрәктәр: ҡурай, көрәш, волейбол, шахмат. Минеңсә, гимназияла техник өлөштө яңыртыу талап ителә, – тип өҫтәй йәш педагог.

Уның өҫтәлендә «Һандарҙың ғәжәп донъяһы» китабы бар. Был математик башватҡыстар һәм фекерләүҙең һығылмалылығын, инициативаны һәм аҡыллылыҡты үҫтереү буйынса мәсьәләләр йыйынтығы.

- СССР осоронан алып әсбап, авторҙары - Борис Кордемский һәм Аскер Ахадов. 1986 йылда уҡ сығарылған. Был китапҡа тиңдәр юҡ әле. Үҙе лә мәктәп уҡыусыһы булараҡ был пособие буйынса мәсьәләләрҙе систем. Хәҙер эштә ярҙам итә, заманса дәреслектәр һәм технологиялар менән бер рәттән ҡулланам, – тип дауам итә уҡытыусы.

Эштән буш ваҡытта Салауат мәскәү уҡыусылары менән репетиторлыҡ менән шөғөлләнә.

- Математика уҡытыусыһы декрет ялына китте. Вакантлы урын барлыҡҡа килде, беҙ Мәғариф министрлығына ғариза бирҙек, - ти гимназия директоры Светлана Юлмөхәмәтова. - Салауат Таһир улы эшкә етди тотондо. Информатика дәрестәре лә алып бара. Ул изге күңелле һәм ярҙамсыл кеше. Беҙҙең балаларға уның менән ҡыҙыҡ. Коллективҡа яңы һулыш индерҙе. Оҙайлы хеҙмәттәшлеккә өмөтләнәбеҙ.

Ауырғазы районына «Ауыл уҡытыусыһы» программаһы буйынса йәш педагог килде
Ауырғазы районына «Ауыл уҡытыусыһы» программаһы буйынса йәш педагог килде
Ауырғазы районына «Ауыл уҡытыусыһы» программаһы буйынса йәш педагог килде
Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас