Рух
+21 °С
Облачно
Мәғариф
24 Июля , 18:00

Башҡортостанда йәш геологтарҙың «Ер аҫты серҙәренә» ялан мәктәбе тамамланды

  «Экологик именлек» милли проекты сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының Нуриман районында «Ер аҫты серҙәренә» ялан экологик-геологик маршруты эшен тамамланы.

Башҡортостанда йәш геологтарҙың «Ер аҫты серҙәренә» ялан мәктәбе тамамландыБашҡортостанда йәш геологтарҙың «Ер аҫты серҙәренә» ялан мәктәбе тамамланды
Башҡортостанда йәш геологтарҙың «Ер аҫты серҙәренә» ялан мәктәбе тамамланды
Сара Өфө дәүләт нефть техник университетының «СОЛУНИ» уҡыу үҙәге базаһында үтте. Унда 92 кеше ҡатнашты, шуларҙың 63-ө - Хәйбулла, Баймаҡ, Миәкә, Өфө райондарынан, шулай уҡ Сибай һәм Өфө ҡалаларынан йәш геологтар.
 
Аҙна дауамында тәжрибәле остаздар етәкселегендә 10 команда составында ҡатнашыусылар ялан тикшеренеүҙәре ысулдарын үҙләштерҙе, геологик өлгөләр менән эшләне һәм Башҡортостандың ер аҫты төҙөлөшөнөң үҙенсәлектәрен өйрәнде. Маршрутты ойоштороусылар булып «Экологик именлек» милли проекты ярҙамында Башҡортостан республикаһы Фәндәр академияһы, алдынғы юғары уҡыу йорттары һәм геопарктар сығыш яһаны.
 
— Был проектта иң мөһиме - масштаб йәки география түгел, ә балалар үҙҙәре. Улар - геология тармағының киләсәге. Тиҙҙән уларҙы халыҡ-ара чемпионаттарҙа күрербеҙ, унда улар республикабыҙ исеменән лайыҡлы сығыш яһар, тип ышанам. Сағыу миҫалдарҙың береһе — республика Башлығы Радий Хәбиров инициативаһы буйынса Башҡортостанда бер нисә йыл уҙғарылған «Геовызов» чемпионаты. Еңеүселәрҙе ҡотлайым, остаздарға һәм ойоштороусыларға һөнәри оҫталыҡтары һәм ихлас күңел менән эшләүҙәре өсөн рәхмәт. Бындай мәктәптәр - киләсәккә, илдең тау-геология комплексын һәм иҡтисадын үҫтереүгә ысын инвестиция ул, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов.
 
Ялан мәктәбе йомғаҡтары буйынса еңеүсе командалар билдәләнде. Ойоштороусылар билдәләүенсә, бындай саралар йәштәрҙең һөнәри йүнәлеш алыуына, геология тармағының кадрҙар потенциалын нығытыуға һәм үҫеп килгән быуын араһында Ер тураһындағы фәндәрҙе популярлаштырыуға булышлыҡ итә.
 
Автор:
Читайте нас