Рух
+28 °С
Облачно
Мәғариф
20 Апреля , 12:00

Өфөнөң йәш ғалимдары «ОДК-УМПО»-ла авиадвигателдәр етештереү менән танышты

«Турникеттарһыҙ аҙна» акцияһы сиктәрендә вуз-ара кампустың Йәш ғалимдар клубы һәм Евразия фәнни-белем биреү үҙәге ағзалары «ОДК-Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Өфө предприятиеһында булды.

Өфөнөң йәш ғалимдары «ОДК-УМПО»-ла авиадвигателдәр етештереү менән таныштыӨфөнөң йәш ғалимдары «ОДК-УМПО»-ла авиадвигателдәр етештереү менән танышты
Өфөнөң йәш ғалимдары «ОДК-УМПО»-ла авиадвигателдәр етештереү менән танышты

Экскурсияла ҡатнашыусылар вертолет двигателдәре өсөн компоненттар сығарыу, сифатты контролдә тотоу технологиялары һәм һаҡсыл етештереү элементтары менән танышты. Фәнни эшләнмәләрҙе реаль изделиеларға индереүгә айырыуса иғтибар бүленә.

«Предприятиела йәш белгестәрҙең күп эшләүен күреү бик ҡыуаныслы. Музейға һәм производство майҙансығына барыу мөмкинлеге өсөн рәхмәт», - тип уртаҡлашты Йәш ғалимдар Клубы рәйесе урынбаҫары Айгөл Шадрина.

«Башҡортостан Республикаһының фәнни-белем биреү үҙәге идара итеү компанияһы» ойошмаһы директоры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Андрей Кулаков билдәләүенсә, клубтың төп бурысы-тикшеренеүселәрҙе иҡтисадтың реаль секторына индереү. «Тап етештереү менән йәнле аралашыу аша яңы идеялар тыуа», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.

Башҡортостандың Фән буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Мостафина, бындай экскурсиялар яңы быуын инженер кадрҙарын әҙерләргә һәм технологик суверенитет тәьмин итергә ярҙам итә, тип өҫтәне. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, йәш ғалимдар клубы 2024 йылдың февралендә Евразия фәнни-белем биреү үҙәге базаһында ойошторолдо. Ул тикшеренеүселәрҙе, студенттарҙы һәм хеҙмәткәрҙәрҙе берләштерә.

Автор:
Читайте нас