Рух
+7 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Мәғариф
9 Апреля , 10:54

Ауырғазы уҡыусылары Өфөгә барҙы

Яҙғы каникул көндәре Түрһәгәҙе мәктәбенең башланғыс класс уҡыусылары өсөн файҙалы үтте. Улар уҡытыусылары менән бергә Өфөгә онотолмаҫлыҡ экскурсияға барып ҡайтты.

Ауырғазы уҡыусылары Өфөгә барҙыАуырғазы уҡыусылары Өфөгә барҙы
Ауырғазы уҡыусылары Өфөгә барҙы

Баш ҡалабыҙҙың тарихи үҙәгендә урынлашҡан Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле янында булыу ҙур тәьҫир ҡалдырҙы. Балалар «Башҡорт халҡының рухы һәм эпостарҙа һәм легендаларҙа тарихы», «112-се башҡорт кавалерия дивизияһының хәрби рухы» һәм башҡорт халҡының ырыуҙары сағылған тематик рельефтарҙы иғтибар менән ҡараны, тарихи деталдәр менән танышты. Легендар яҡташыбыҙҙың бала сағы, Аҡбуҙатҡа атланған Урал батыр, Салауат Юлаев, төньяҡ амурҙары менән постаменттар ҡыҙыҡһыныу уятты.

Милли йәштәр театрында «Пеппи Длинныйчулок» спектаклен ҡарағанда, ғәжәп исемле йәш фантазерҙың (ҡыҫҡартып Пеппи) иҫ киткес мажаралары менән ләззәтләнделәр.

 

Спектаклдән һуң Урман музейына юлландылар. Балалар урмандың ғәжәйеп атмосфераһында унда йәшәүселәр менән танышты, умартала тере бал ҡорттарын ҡыҙыҡһынып ҡараны. Ҡуяндар менән танышып, уларҙы кишер менән һыйланы!
Балалар был сәйәхәттән бик күп яҡшы тәьҫораттар алып ҡайтты.

Ауырғазы уҡыусылары Өфөгә барҙы
Ауырғазы уҡыусылары Өфөгә барҙы
Ауырғазы уҡыусылары Өфөгә барҙы
Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас