Рух
0 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
14 Март , 13:50

Өфө вуз-ара кампусында Рәсәй-Абхазия мәҙәни үҙәге асылды

Абхазия Республикаһының рәсми делегацияһының Башҡортостанға визиты сиктәрендә Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә Рәсәй-Абхазия мәҙәни үҙәген асыу тантанаһы үтте. Мәҙәни үҙәкте асыу тантанаһында Абхазия Республикаһы Премьер-министры Владимир Делба Һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров ҡатнашты.

Өфө вуз-ара кампусында Рәсәй-Абхазия мәҙәни үҙәге асылды
Өфө вуз-ара кампусында Рәсәй-Абхазия мәҙәни үҙәге асылды

Өфөләге Евразия фәнни-белем биреү үҙәге вуз-ара кампусында Рәсәй-Абхазия мәҙәни үҙәге студенттар, тикшеренеүселәр һәм Абхазия мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһынған һәр кем өсөн йәлеп итеү урыны буласаҡ. Бында абхаз студенттары ла үҙ йортон табасаҡ.

Абхазия Премьер-министры Владимир Делба үҙәктең асылыуын илдәр араһындағы диалог үҫешендә мөһим ваҡиға тип атай, уның тарихи әһәмиәтен һәм хеҙмәттәшлек өсөн потенциалын һыҙыҡ өҫтөнә ала.

Башҡортостан Премьер-министры Андрей Назаров сараның үҙенсәлеген билдәләне һәм Абхазия делегацияһына рәхмәт белдерҙе.

Үҙәктә Фазил Искәндәрҙең мираҫына һәм Абхазия мәҙәниәтенә арналған лекциялар, семинарҙар һәм саралар үткәреләсәк. Ҡунаҡтар Искәндәр әҫәрҙәре, рәссам Гуранда Барциц эштәре һәм фотоальбомдар менән экспозицияны ҡараны.

Сәфәрен тамамлап, Абхазия премьер-министры фән, мәғариф һәм технологияны берләштергән кампус киңлектәре менән танышты.

Автор:
Читайте нас