Рух
-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
2 Март , 15:22

Башҡортостан йәштәре проекттары өсөн 1 миллион һум ала ала

Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ физик шәхестәр өсөн быйылғы йылда беренсе тапҡыр ойошторолған грант конкурсына старт бирелеүе тураһында иғлан итте.

Башҡортостан йәштәре проекттары өсөн 1 миллион һум ала ала
Башҡортостан йәштәре проекттары өсөн 1 миллион һум ала ала
Конкурс «Йәштәр һәм балалар» милли проектына ярашлы ойошторола. 
 
Мәҙәниәт, спорт, патриотизм, мәғариф, медиа һ.б. өлкәләрҙәге проекттар менән ғариза бирергә мөмкин — конкурста бөтәһе 18 тематик номинация ҡаралған.
 
«Башҡортостан йыл һайын еңеүселәр һаны һәм йәлеп ителгән гранттар суммаһы буйынса ил төбәктәре араһында лидерҙар иҫәбенә инә — был күрһәткестәр буйынса беҙ 5-се урынды биләйбеҙ. Мәҫәлән, 2025 йылда Башҡортостан йәштәренең 119 проекты 85 миллион һум самаһы ярҙам алды. Конкурсҡа сифатлы әҙерләнеү өсөн республиканың һәр йәш кешеһе беҙҙең Йәштәр проект офисына мөрәжәғәт итә һәм заявка биреү буйынса бушлай консультация ала ала», - тип билдәләне Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте министры Вито Сабиров.

Росмолодежь грант конкурсында 14 йәштән 35 йәшкә тиклемге һәр йәш кеше ҡатнаша ала. Мәҫәлән, 2025 йылда Бөрөнән Михаил Выдрин (21 йәш) экологик акция үткәреү өсөн 270 мең һумдан ашыу отҡан, Өфөнән Ангелина Степанова (33 йәш) балалар өсөн туристик слет үткәреү өсөн 450 мең һумдан ашыу алған, ә Октябрьскийҙан Семен Борденюк (16 йәш) үҫеш үҙенсәлектәре булған кешеләр өсөн һөнәрҙәр мәктәбенә 530 мең һум отҡан.

Ғаризалар 15 апрелгә тиклем ҡабул ителә, теркәлеү өсөн сайт: https://clck.ru/3SCf8x.
Автор:
Читайте нас