Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһында "Нәфис һүҙ оҫтаһы" ижади берләшмәһе эшләп килә. Унда башланғыс кластар уҡытыусыһы Розалия Йәлилова уҡыусыларҙы тауышты дөрөҫ ҡуйырға, сәхнәлә үҙҙәрен ышаныслы тоторға өйрәтә.
Педагог үҙе лә районда үткән сараларҙа, гимназия кисәләрендә алып барыусы эшен бик матур башҡара. Тәрбиәләнеүселәре лә уңыштарға ирешә.
Был юлы Өфөлә үткән "Бикбай уҡыуҙары" төбәк-ара әҙәби-ижади конкурсында ошо берләшмәлә телен камиллаштырыусы алтынсы класс уҡыусыһы Искәнйәр Ҡотлоюлов призлы урын яуланы. Был уның республика кимәлендә беренсе генә уңышы түгел.
Шулай уҡ гимназия уҡыусыһына республика балалар-үҫмерҙәр журналы "Аманат"тан да махсус бүләк тапшырылды. Афарин, артабан да уңыштарға ирешергә, юғары үрҙәргә күтәрелергә яҙһын!