Халыҡ-ара бизнес аҙналығының икенсе көнөндә Өфөлә сараларҙың бер өлөшө «Торатау» конгресс-холынан Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең Өфө юғары уҡыу йорттары-ара кампусына күсте. «Технологик эшҡыуарлыҡты үҫтереү экосистемаһы булараҡ кампус» сессияһы сиктәрендә ҡунаҡтарҙы, шул иҫәптән төрлө төбәктәрҙән студенттарҙы IQ-парктың мөмкинлектәре менән таныштырҙылар. Унда 37 мең квадрат метрлыҡ биләмәлә тиҫтәләгән лаборатория эшләй һәм ижад, ғилми эшмәкәрлек һәм стартаптарҙы ғәмәлгә ашырыу өсөн бик күп төрлө майҙансыҡтар ойошторолған.
«Кампус» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Сергей Гладких һөйләүенсә, кампус бөгөн үҫешеүен, үҙгәреүен, яңы мәғәнәләр менән тулыланыуын дауам итә.
- Һөҙөмтәлә беҙ уның юғары уҡыу йорттары араһында үҙ-ара эшмәкәрлекте үҫтереү, уҡыусыларға һөнәри йүнәлеш биреү, халыҡ-ара хеҙмәттәшлек, эксперименттар, һәм, әлбиттә, тәү сиратта, студенттар өсөн йорт кеүек эталон киңлеге итеп күрәбеҙ, - тип билдәләне Сергей Гладких.
Ул шулай уҡ кампус майҙансығында өс юғары уҡыу йорто - Өфө дәүләт нефть техник университеты, Өфө фән һәм технологиялар университеты, Башҡорт дәүләт медицина университеты булыуы хаҡында һөйләне. Шулай уҡ бында Башҡорт дәүләт аграр университеты һәм Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары үҙ проекттарын тормошҡа ашыра.
- Кампуста ай һайын 60-ҡа яҡын сара уҙғарыла. Бында бик ҙур әүҙемлек. Беҙҙең ҡайнау нөктәһендә фекерҙәштәр менән аралашыу, стартап өҫтөндә эшләү өсөн бушлай бүлмә алырға мөмкин. Ижад итеү өсөн майҙансыҡтарыбыҙ байтаҡ.Беҙҙең бөтә бизнес-ҡуртымсылар - осраҡлы түгел, улар республикабыҙҙың технологик үҫешенә үҙ өлөшөн индерә, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Сергей Гладких.
Өфө кампусының «Сколково» инновация үҙәге менән хеҙмәттәшлек итергә ниәте бар. «Сколково» фондының төбәктәр үҫеше департаменты директоры Юрий Сибирский һүҙҙәренсә, бындай пландар тормошҡа ашырырлыҡ. 15 йыл эсендә «Сколково» проектында ҡатнашыусылар һаны 5,4 меңдән ашыу кешегә етте, уларҙың 2,2 меңе - төбәктәр.
- 2018 йылда Сколковола ҡатнашыусыларҙың табышы 70 миллиард һум тәшкил итте, ә 2024 йыл йомғаҡтары буйынса ул 700 миллиард һумға етте. Илдең юғары технологик предприятиелары керемендә Сколковоның өлөшө 25 процент тәшкил итә. Резиденттарыбыҙ бөтә илдә эшләй, улар беҙҙең бөтә ярҙам саралары менән файҙалана ала - ул һалым һәм таможня преференциялары, түбән страховка ставкалары һәм, иң мөһиме, гранттар, - тип һөйләне спикер.
Сессия сиктәрендә шулай уҡ Өфө кампусы резиденттары сығыш яһаны, юғары уҡыу йорттары вәкилдәре кампуста ниндәй эш алып барыуҙары, студенттарының нимә менән шөғөлләнеүҙәре, ниндәй идеяларҙы тормошҡа ашырыуҙары хаҡында һөйләне.
Өфө дәүләт нефть техник университетының Стартап-студияһы директоры Владимир Бекасов стартап-студияның нисек эшләүе, талантлы студенттарҙың һәм эшҡыуарҙарҙың нисек үҙ проекттарына һәм идеяларына инвестициялар ала алыуҙары хаҡында һөйләне. Владимир университеттар, бизнес һәм студия проекттары араһында кооперация булдырыу өсөн кампус инфраструктураһының файҙалы булыуын айырым билдәләне. Мәҫәлән, Студия проекттарының бер өлөшө Кампус резиденттары араһында дисциплина-ара аралашыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килде, шул иҫәптән улар - «Асистемалар» һәм «ТехнокранИнжиниринг» проекттары. Спикер студенттарҙы һәм уҡытыусыларҙы хәүефтәрҙән ҡурҡмаҫҡа һәм үҙҙәрен технологик эшҡыуарлыҡта һынап ҡарарға саҡырҙы.