Рух
+16 °С
Облачно
Мәғариф
8 Декабря 2025, 12:30

Фәндәр академияһы ғалимдары индустриаль партнерҙар менән осрашты

Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары-ара кампусының геном үҙәгендә Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Биохимия һәм генетика институты хеҙмәткәрҙәренең төбәктең агросәнәғәт комплексы һәм Һаҡлыҡ банкы вәкилдәре менән эшлекле осрашыуы булды.    

Добавить в предпочтительные источники Google
Фәндәр академияһы ғалимдары индустриаль партнерҙар менән осраштыФәндәр академияһы ғалимдары индустриаль партнерҙар менән осрашты
Фәндәр академияһы ғалимдары индустриаль партнерҙар менән осрашты

Ғилми мөхит һәм етештереү өлкәһе араһында үҙ-ара эшмәкәрлекте нығытыу, яңы фәнни ҡаҙаныштарҙы иҡтисадтың реаль секторына индереү өсөн алымдар эҙләү осрашыуҙың төп маҡсаттары булып торҙо. Агросәнәғәт комплексы яғынан сарала төбәктең алдынғы агрохолдингтары һәм фермер хужалыҡтары, шул иҫәптән «Таврос» компаниялар төркөмө, «Премиум», «Артемида», «Урожай», А7-Агро, Калинин агросәнәғәт комплексы, Колхоз Геройы, Ашҡаҙар ауыл хужалығы етештереү кооперативы етәкселәре һәм белгестәре ҡатнашты. Был осрашыу даими хеҙмәттәшлек форматының башы булды. Тиҙҙән фекер алышыуҙарҙы дауам итеү һәм берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙың аныҡ пландарын әҙерләү күҙаллана.

Ғалимдар предприятиелар менән берлектә Башҡортостан производствоһына һәм иҡтисадына инновация технологияларын индереү буйынса тәғәйен аҙымдарҙы тикшерәсәк. Осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙың докладтар формаһында тәҡдим иткән тикшеренеүҙәрҙең перспективалы йүнәлештәре ауыл хужалығы малдарының генетик үҙенсәлектәрен, ген инженерияһын, ҡиммәтле культуралы үҫемлектәрҙең ДНК-маркерҙарын, үҫеште көсәйтеүсе бактерияларҙы өйрәнеүгә, ауыл хужалығы һәм сәнәғәттең органик ҡалдыҡтарын утилләштереүгә, йомшаҡ һабан бойҙайы потенциалын өйрәнеүгә ҡағылды.

Автор:
Читайте нас