Кандидаттар алдан һайлап алыуҙы үтә, ул медицина тикшереүен, профессиональ психологик һайлап алыуҙы, физик әҙерлекте тикшереүҙе һәм БДИ тапшырыуҙы үҙ эсенә ала. Бөтә этаптарҙы уңышлы үткәндән һуң конкурс һайлап алыу үткәрелә.
Кандидат Рәсәй гражданы булырға тейеш. Армияла хеҙмәт итмәгәндәр өсөн — 16-22 йәш, хеҙмәт иткәндәр өсөн 18-24 йәш. Урта хәрби-махсус әҙерлек менән уҡырға инеүселәр 30 йәшкә тиклем булырға мөмкин.
Белем тураһында документ урта дөйөм белем тураһында аттестат йәки диплом булырға, һаулыҡ торошо буйынса хәрби хеҙмәткә яраҡлы булырға, судҡа тарттырылмаған йәки үтелмәгән хөкөм ителеү осраҡтары булмаҫҡа тейеш.
Хәрби уҡыу йорттарына ҡабул ителгәндәр 17-37 мең һум күләмендә аҡсалата тәьминәт, тулы дәүләт тәьминәте (туҡланыу, йәшәү, әйберҙәр менән тәьмин итеү), ял итеү урынына бушлай йөрөү, В һәм С категориялы водитель таныҡлығын бушлай алыу хоҡуғына эйә. Улар шулай уҡ бер нисә һөнәр (граждан һәм хәрби) ала ала.
Хәрби уҡыу йорттарына инеү башҡа юғары уҡыу йорттарына ҡарағанда иртәрәк бара, был бер үк ваҡытта башҡа уҡыу йорттарына ҡабул итеү һынауҙарында ҡатнашыу мөмкинлеген бирә.
Хәрби-уҡыу йортон тамамлағандан һуң сығарылыш уҡыусыһына дөйөм дәүләт өлгөһөндәге юғары белем алыу тураһында диплом тапшырыла, эшкә урынлашыу гарантиялана. Лейтенанттың уртаса аҡсалата тәьминәте 75-90 мең һум тәшкил итә. Физик әҙерлектең квалификация кимәле (70 процентҡа тиклем), дәүләт серен тәшкил иткән мәғлүмәттәр менән эшләү, айырым хеҙмәт шарттары һәм башҡалар өсөн аҡсалата тәьминәткә өҫтәмәләр ҡаралған. Аҡса күләме хеҙмәт стажына ҡарап арта.
Хәрби хеҙмәткәрҙәр хеҙмәт урыны буйынса хеҙмәт торлағы һәм запасҡа сыҡҡанда ғаилә ағзалары менән бергә бушлай торлаҡ менән тәьмин ителә.
Бөтә өҫтәмә мәғлүмәтте хәрби комиссариатта йәшәгән урыны һәм ҡыҙыу линия телефоны буйынса алырға мөмкин: 8(347) 253-13-48.
РФ оборона Министрлығының рәсми сайтында юғары хәрби уҡыу йорттары исемлеге һәм уларҙа ҡабул итеү ҡағиҙәләре бирелгән.
Һәр юғары уҡыу йорто битендә уның тарихы менән танышырға мөмкин, тип хәбәр итә «РБ».