

Был турала ошо белем усағының башланғыс кластар уҡытыусыһы Айгөл Сатлыҡова белдерҙе.
Зәйнәб Биишева исемендәге нәшриәттә Рәсәй һәм Башҡортостан журналистар Союзы ағзаһы Зөһрә Хәкимованың «Еңеү ҡайтыр атай менән» - «Отцы вернутся с победой» китабы сыҡҡан.
Башҡорт, урыҫ һәм республикабыҙҙың башҡа милләттәре телендә баҫтырылған китаптың беренсе өлөшө яуҙа батырҙарса көрәшкән һалдаттар хаҡында, икенсеһендә тылдағы балалар һәм ололарҙың эштәре һүрәтләнгән.
Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының өсөнсө класс уҡыусылары һалдаттарға хаттар яҙып, һүрәттәр төшөрөп ебәргән. Китаптың тышлығында Данис Йәлиловтың хаты урын алған.
Фотоһүрәттәрҙең береһендә Розалина Нагаева, Асҡар Йәлилов, Рената Ибатуллина хаттар тапшырған мәл эләккән.
«Был китапта уҡыусыларымдың бәләкәй генә өлөшө булыуы менән ғорурланам. Зөһрә Әҙеһәм ҡыҙына шундай китап баҫтырғаны өсөн ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Ә һалдаттарға тыуған яҡтарына иҫән-һау еңеү менән әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ», - тип яҙа Айгөл Сыңғыҙ ҡыҙы.