

Кем ҡатнаша ала?
Конкурс бөтә кимәлдәге һәм типтағы белем биреү учреждениелары командалары өсөн асыҡ. Шулай уҡ йәштәр сәйәсәте, мәҙәниәт, спорт өлкәһендәге һәм етем, айырым ихтыяжлы һәм ауыр тормош хәлендә ҡалған балалар менән эшләүсе ойошмаларҙа ҡатнашыусылар саҡырыла.
Конкурстың шарттары:
- Командаларҙа 6 - 25 йәшлек биш ҡатнашыусы һәм 18 йәштән өлкән ике остаз булырға тейеш;
- Бәйгеселәр 8 йүнәлеш буйынса төрлө кимәлдәге ҡатмарлылыҡтағы конкурс эштәре менән биш уйын кимәлен үтергә тейеш:
- Үҙидара. Беренселәр Советтары эшмәкәрлеге
- Беренселәр хәрәкәте йүнәлештәре буйынса флагмандар һәм клубтар
- Беренселәр хәркәте ҡиммәттәрен медиаоҙатыу һәм икң таратыу
- Остазлыҡ
- РазвҒаилә берләшмәһен үҫтереү
- Социаль әһәмиәтле эшмәкәрлек
- Даими эшмәкәрлек
- Партнерҙар саҡырыуы
. Унда ҡатнашыу өсөн 2025 йылдың 10 ноябренә тиклем Беренселәр хәрәкәтенең рәсми сайтында ғариза бирергә кәрәк. Әгәр һеҙҙең ойошмала беренсел бүлексә асылмаған булһа, уны теркәү кампанияһы тамамланғансы теркәргә һәм конкурсҡа ҡушылырға мөмкин. Был конкурс - бик шәп
Бүләктәр һәм мөмкинлектәр:
Эштәрҙе эксперт баһалауы йомғаҡтары буйынса иң яҡшы 2000 команда аҡсалата премия аласаҡ. Был аҡсаны Беренселәр хәрәкәте киңлеген булдырыу, бинаны брендлау, йыһаздар һәм оргтехника һатып алыу өсөн тотонорға мөмкин.
Нисек ҡатнашырға?
Бының өсөн 2025 йылдың 10 ноябренә тиклем Беренселәр хәрәкәтенең рәсми сайтында ғариза бирергә кәрәк. Әгәр һеҙҙең ойошмала беренсел бүлексә асылмаған булһа, уны теркәү кампанияһы тамамланғансы теркәргә һәм конкурсҡа ҡушылырға мөмкин. Был конкурс йәштәргә иницитива менән сығырға, үҙ идеяларын тормошҡа ашырырға, проекттарын үҫтерергә ярҙам алыу өсөн бик шәп мөмкинселек.