Рух
-6 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
2 Октябрь 2025, 12:55

VR-технологиялар һәм робототехника лабораторияһы виртуаль тирмә эшләне

Р.Г. Кузеев исемендәге Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәге этнологик тикшеренеүҙәр институтының Археология һәм этнография музейы экспозицияһы уникаль «VR-URTA» виртуаль экспонаты менән тулыландырыласаҡ.

VR-технологиялар һәм робототехника лабораторияһы виртуаль тирмә эшләне
VR-технологиялар һәм робототехника лабораторияһы виртуаль тирмә эшләне

Был Өфө Вуз-ара кампусында урынлашҡан ӨДНТУ-ның VR-технологиялар һәм робототехника лабораторияһы һәм Евразия күсмә цивилизациялар музейының берлектәге эше.

Проекттың идеяһы осраҡлы барлыҡҡа килә - VR-технологиялар ярҙамында башҡорт тирмәһен виртуаль арауыҡҡа урынлаштырыу мөмкинме? Проектты алдан әҙерләгәндән һуң уның менән лидерлыҡ проекттары конкурсына сығырға ҡарар ителә.

- Тарихи һәм милли аспекттан тыш, ӨДНТУ - ның нефтегаз ғына түгел, хатта музей экспонаттары ла һанлы технологиялар аша булыуын күрһәтергә теләнек, - ти проект етәксеһе Булат Шәйбәков.

 «VR-URTA» өҫтөндә эшләгәндә, VR-технологиялар Һәм робототехника лабораторияһынан тыш, ӨДНТУ-ның Реверс-инжиниринг үҙәге һәм Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль-тикшеренеү үҙәгенең Археология һәм этнография музейы хеҙмәткәрҙәре йәлеп ителгән, ғалим-тарихсылар ҙа әүҙем ярҙам итә.

Проект командаһы Археология һәм этнография музейы вәкилдәре менән даими аралаша. Уларҙың экспозицияһында тарихи тергеҙелгән башҡорт тирмәһе бар – каркаста, аутентик материалдарҙан, эске биҙәлеше менән, ошо нигеҙ итеп алынған. Башта һәр предметтың фотограмметрияһы, тирмәнең тышҡы һәм эске панорамалары эшләнә, 3d - модель төҙөү һәм улар менән эшләү өсөн нөктәләр моделе алыу өсөн ер өҫтө лазер сканерлау үткәрелә. Һуңынан лаборатория эшкәртеүендә моделдәр, күренештәр тергеҙелә, музей хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында сценарийҙар яҙыла.

Башҡорт тирмәһе һәм уның биҙәлешен тәшкил иткән һәм тарихи ҡиммәткә эйә булған музей экспонаттары тулыһынса виртуаль арауыҡҡа күсерелгән. Уларҙы цифрлаштырыу ҡул менән дә, ер өҫтө лазер сканерлауынан күсереп тә башҡарыла.быға нефть вузының реверс – инжиниринг лабораторияһы ярҙам итә. Төп ҡатмарлыҡ шунда була: боронғо һауыт-һаба, ҡул эше әйберҙәренең структураһы төрлө, формаһы ҡатмарлы һәм, нигеҙҙә, симметрияһы юҡ. Улар эшләнгән материалдар ҙа һәр осраҡта индивидуаль ҡараш талап итә.

Археология һәм этнография музейында экспозициянан тыш, проектты күсмә күргәҙмәләрҙә һәм Евразия күсмә цивилизациялар музейында файҙаланыу планлаштырыла. Тирмәне Башҡортостан Республикаһы тәҡдим ителәсәк бөтә ҙур күргәҙмәләрҙә һәм форумдарҙа күрһәтергә мөмкин. Ҙур экспонаттарһыҙ, VR –күҙлек йыйылмаһы менән генә, килеүселәрҙе милли тарих менән таныштырырға була.

- Бындай үҙенсәлекле экспонат булдырыу туристик тәжрибәне байтаҡҡа байытасаҡ, килеүселәргә күсмә халыҡтар мәҙәниәтенә тәрәнерәк төшөнөргә ярҙам итәсәк. Интерактив ҡараш төбәк тарихы һәм этнографияһы менән ҡыҙыҡһынған туристарҙы күберәк йәлеп итәсәк. Виртуаль тирмә белем биреү турҙары һәм мәҙәни программалар өсөн ҡыҙыҡлы нөктәгә әйләнәсәк, һәм һис шикһеҙ, экскурсия маршруттарының мөмкинлектәрен киңәйтәсәк, – тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина.

Рәсәй Федерацияһы территорияһында элек күсмә булған күп халыҡтар йәшәй, һәм Өфө ғалимдарының тәжрибәһен башҡа төбәктәр ҙә үҙләштерә ала, Рәсәйҙәге һәр этностың тарихи милли торлаҡтары буйлап ошондай виртуаль экскурсиялар сценарийҙары сикһеҙ күп булырға мөмкин, тип ышаналар Өфө дәүләт нефть техник университетында.

Белешмә

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса Рәсәйҙә заманса кампустар селтәре булдырыла. 2030 йылға илдә 25 кампустан торған йондоҙлоҡ барлыҡҡа килергә тейеш. Был йүнәлеш буйынса эште Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте һәм Рәсәй Мәғариф Һәм фән министрлығы алып бара. Әлеге ваҡытта «Йәштәр һәм балалар» милли проекты ярҙамында 24 ошондай студент ҡаласығы проектлана һәм төҙөлә. 2036 йылға кампустар һаны 40-ҡа тиклем артасаҡ.

Өфө Вуз – ара кампусы проекты - 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналары, уҡыу-ғилми комплексы, лабораториялары, эшлекле зоналары, магазиндары, уңайлы скверҙары һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар өсөн урын. Улар ҡала халҡы һәм ҡунаҡтар өсөн дә асыҡ.

#молодежьидети

#нацпроектмолодежьидети

Автор: Равиля Бардыбаева
Читайте нас