Рух
-10 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
19 Май 2025, 15:35

Ауырғазы районында - “тылсымлы” майҙан

«Урал батыр» эпосын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәр конкурсының зональ этабы юғары кимәлдә үтте.

Ауырғазы районында - “тылсымлы” майҙан
Ауырғазы районында - “тылсымлы” майҙан

Сәхнәлә яңғыҙ башҡарыусыларҙы эпостан өҙөктәрҙе сәхнәләштереүселәр алмаштырҙы. Кем күберәк шиғри юл ятлаған? Кем һөйләү оҫталығына, сәсәнлеккә эйә? Илһөйәр, ныҡыш, рухлы балалар береһенән-береһен уҙҙырып, үҙҙәренең һәләтен күрһәтте. Мәртәбәле баһалама ағзалары барыһын да иғтибар менән тыңлап, үҙ билдәләрен ҡуйҙы.

Иң кескәйҙәрҙең дә эпосты өйрәнеп, уның юлдарын ятлауҙары һоҡландырҙы. Улар бит артабан да туҡтап ҡалмаясаҡ. Кескәйҙән халыҡ ижадының мәшһүр ҡомартҡыһын күңелдәренә һеңдереп, яҡшылыҡ менән яманлыҡты, яуызлыҡ менән изгелекте айыра белергә өйрәнәләр.

Мәләүез районынан “Сулпан” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Әминә Әбдрәшитова 100 юл ятлаған, һөйләү оҫталығын да күрһәтеп, ул беренсе урынды алһа, Стәрлетамаҡтан Аделина Көнсыуаҡова икенсе булды.

Башланғыс класс уҡыусылары араһында Ишембай районының Ә.Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы Искәндәр Лотфуллин, ә 5-8 кластар араһынан шул уҡ гимназиянан 7 класс уҡыусыһы Камила Рәхимова иң яҡшыһы тип танылды, 9-11 кластарҙан Стәрлетамаҡ районы Наум ауылынан Сыңғыҙ Мәхмүтов еңде.

Инсценировка әҙерләүселәр араһында Күгәрсен районының М.Рәхимов исемендәге башҡорт гимназияһы беренсе урынға лайыҡ булды. Улар сәхнәлә ихлас итеп, барыһын да еренә еткереп, ролдәрен оҫта башҡарҙы.

Районыбыҙҙың Р.Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының 3 класс уҡыусыһы Әҙилә Аҙнабаева яңғыҙ башҡарыусылар араһында, Түрһәгәҙе мәктәбе сәхнәләштереүҙә өсөнсө урын яуланы.

Ауырғазы районында - “тылсымлы” майҙан
Ауырғазы районында - “тылсымлы” майҙан
Ауырғазы районында - “тылсымлы” майҙан
Ауырғазы районында - “тылсымлы” майҙан
Ауырғазы районында - “тылсымлы” майҙан
Ауырғазы районында - “тылсымлы” майҙан
Ауырғазы районында - “тылсымлы” майҙан
Автор: Равиля Бардыбаева
Читайте нас