Рух
-11 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
4 Март 2025, 15:32

Һөнәри оҫталыҡ буйынса «Профессионалдар» чемпионатына йомғаҡ яһалды

Башҡортостанда «Профессионалдар» һөнәри оҫталыҡ чемпионатының төбәк этабын ябыу тантанаһында райондың һөнәри колледжынан да ҡатнашыусы булды.

Һөнәри оҫталыҡ буйынса «Профессионалдар» чемпионатына йомғаҡ яһалды
Һөнәри оҫталыҡ буйынса «Профессионалдар» чемпионатына йомғаҡ яһалды

Ул таланттарҙың ысын байрамына әүерелде. Чемпионатҡа йомғаҡ яһалды, еңеүселәр һәм призлы урын яулаусылар билдәләнде.

Һөнәри оҫталыҡта 1000 ҡатнашыусы булды - 14 йәштәге мәктәп уҡыусылары, колледж студенттары. Улар 194 компетенция буйынса ярышты.

«Ауыл хужалығы машиналарын эксплуатациялау» компетенцияһында иң яҡшы өс оҫта араһында Ауырғазы күп профилле колледжының өсөнсө курс студенты Максим Мартынов та бар ине. Уның уҡытыусыһы – Артур Янсаев. 

«Быйыл биремдәр ҡатмарлыраҡ булды, тағы бер нисә модуль өҫтәлде, әммә миңә 3-сө урын өсөн көрәшергә тура килде. Биргән белем һәм миңә ышанысы өсөн остазыма рәхмәт! Чемпионатта ысын мәғәнәһендә ярышыу һәм оҫталыҡ рухы асыҡ тойола. Студенттарҙың бындай ярыштарҙа ҡатнашыуын һәм бер нәмәнән дә ҡурҡмауын теләйем», - ти Максим.


Чемпионатты ойоштороусылар ҡунаҡтарға музыка номерҙары һәм бейеүҙәр менән сағыу сығыштар әҙерләгән.

Һөнәри оҫталыҡ буйынса чемпионат «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә үткәрелә. 

Һөнәри оҫталыҡ буйынса «Профессионалдар» чемпионатына йомғаҡ яһалды
Һөнәри оҫталыҡ буйынса «Профессионалдар» чемпионатына йомғаҡ яһалды
Автор: Равиля Бардыбаева
Читайте нас