Шулай уҡ йыл һайын Ауырғазы районында ла бюджеттың 60 проценты уҡытыу сараларын тотоуға, ремонтлауға, яңыртыуға һәм мәғариф өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡына йүнәлтелә. 2024 йылда финанслау күләме 712 миллион һумдан ашыу тәшкил итә. «ППМИ» һәм «Реаль эштәр» программалары сиктәрендә ремонт эштәренә 6 миллион һум самаһы аҡса бүленгән.
Был башланғыстарҙы уңышлы тормошҡа ашырыуҙың сағыу миҫалдарының береһе булып Талбазы ауылының 3-сө мәктәбендә спорт залын ремонтлау тора. «Мәғариф» милли проектының «Һәр баланың уңышы» төбәк проекты сиктәрендә мәктәп эштәрҙе үткәреүгә дәүләт субсидияһы алды. Яңы уҡыу йылында уҡыусылар иркен, яҡты һәм заманса спорт залына килде. Бында яңы ишектәр ҡуйылған, иҙән һәм стеналар ремонтланған, уңайлы кейенеү бүлмәләре йыһазландырылған, яҡтыртыу яңыртылған. «Спорт залы заманса һәм яңыртылған. Хәҙер бында шөғөлләнеү күпкә күңеллерәк һәм уңайлыраҡ», - ти уҡыусылар.
Уҡыу һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн уңайлы шарттар булдырыу – ул балаларҙың киләсәгенә өлөш индереү генә түгел, ә сәләмәт һәм әүҙем быуынды үҫтереүгә мөһим аҙым да.