Рух
-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
1 Октябрь , 12:07

Балаларҙы тәрбиәләү-ғәжәп һөнәр ул

Р.Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының тамаша залында тәрбиәсе һәм бөтә мәктәпкәсә хеҙмәткәрҙәр көнө билдәләнде. Бында йыл һайын үткәрелеүсе «Йыл Педагогы»конкурсы финалсыларын бүләкләү тантанаһы үтте.

Балаларҙы тәрбиәләү-ғәжәп һөнәр ул
Балаларҙы тәрбиәләү-ғәжәп һөнәр ул

Байрамдың сценарийын 3-сө балалар баҡсаһы тәрбиәселәре әҙерләгән. Балаларҙан һәм коллегаларҙан мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә йылы рәхмәт һүҙҙәре һәм ҡотлауҙар яңғыраны. Бәләкәй артистар - балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре - ҡунаҡтарҙы үҙҙәренең сығыштары менән ҡыуандырҙы: йырҙар, бейеүҙәр һәм шиғырҙар башҡарҙы. Уларҙың ихлас сығыштары барыһының да күңеленә ятты. Педагогтар үҙҙәре тәрбиәләнеүселәре ролендә көлкөлө тамаша күрһәтте. Улар шул тиклем килештереп уйнаны.

 

Талбазы ауылының 1-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Лариса Аҡбашева ҡул эштәре буйынса ҡыҙыҡлы оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Әҙер панноны район мәғариф бүлеге начальнигы Рөстәм Ғиләжетдиновҡа бүләк иттеләр. Әйткәндәй, ул үҙе уны эшләүҙә ҡатнашты.

 – Һеҙҙе байрамығыҙ - Тәрбиәселәр көнө менән ҡотлайым! Һеҙҙең һөнәрегеҙ изге һәм мөһим. Балалар баҡсаһында тәрбиәсе – сабыйҙар өсөн икенсе әсәй, тип уйлайым мин. Уларҙың изгелеге һәм һөнәри оҫталығы балалар баҡсаһында кескәйҙәрҙең һәр миҙгелен ысын байрамға әйләндерә. Һеҙҙең дә һәр көнөгөҙ шатлыҡ, илһам һәм яңы ҡаҙаныштар менән тулы булһын! - тип ҡотланы Рөстәм Әнүәр улы конкурсанттарҙы.

 

Йыл һайын «Йыл педагогы» конкурсын үткәреү - беҙҙең райондың изге йолаһы. Унда ижади, талантлы тәрбиәселәр ҡатнаша. Быйыл биш кеше финалға сыҡты: Наталья Иванова (Шланлы ауылы), Гөлнара Хәмиҙуллина (Талбазы ауылы 4-се балалар баҡсаһы), Венера Кәримова (Талбазы ауылы 5-се балалар баҡсаһы), Лариса Аҡбашева (Талбазы ауылы 1-се балалар баҡсаһы), Лилиә Ҡәҙерғолова (Ишле ауылы). Уларҙың барыһы ла ижади ҡараш, маҡсатҡа ынтылыш һәм үҙ эшенә һөйөү менән айырылып тора. Конкурсҡа етди әҙерләндек, һөнәри оҫталыҡтарын бик яҡшы күрһәттек. Һөҙөмтәлә Лилиә Илдар ҡыҙы еңеүсе булды.

 

- Ниндәй хыялдарым булған, барыһы ла тормошҡа ашты. Был минең ғаиләм, йортом, эшем. Хәҙер туғандарымдың һәм яҡындарымдың сәләмәт булыуын теләйем! Һәм баш өҫтөндә тыныс күк йөҙө булһын! - ти ул. - Балалар менән эшләү миңә бик оҡшай, көн һайын улар янына шатланып барам. Был минең тәғәйенләнешем, тип уйлайым. Минеңсә, тәрбиәсе булып тик ҙур йөрәкле кеше генә эшләй ала. Яратҡан әсәйҙәре кеүек яғымлы булырға, яҡшы дуҫ, аҡыллы остаз, сабыйҙар өсөн уҡытыусы була белергә кәрәк. Төрлө ҡыҙыҡһыныуҙар, квалификацияны күтәреү, оҫталыҡ дәрестәре беҙҙең һөнәрҙе тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ итә. Буш ваҡытымда иһә аш-һыу әҙерләргә яратам. Яңы рецептар менән эксперименттар үткәрәм. Минең өсөн аш-һыу әҙерләү - илһам һәм ҙур шатлыҡ сығанағы.

Л.Ҡәҙерғолова коллегаларына ла шундай уҡ теләктә: бөтә ауырлыҡтарға һәм тормош шарттарына ҡарамаҫтан, үҙ эшеңә байрамға барған кеүек килергә кәрәк. Көн һайын, йөрәген, күңеленең ҡайнарлығын биреп, тәрән ҡәнәғәтлек тойғоһо менән. Ул саҡта барыһы ла яҡшы буласаҡ.

Тағы бер матур мәл – быйылғы юбилярҙарҙы билдәләп үттеләр. Район мәғариф бүлеге методисы Зәлиә Хәкимова ла барыһын да ҡотлап, яҡшы теләктәрен еткерҙе.

Конкурсты ойоштороусылар гимназия директоры Светлана Юлмөхәмәтоваға тамаша залы өсөн, Зифа Ноғомановаға һәм 3-сө балалар баҡсаһы коллективына шундай йөкмәткеле, мауыҡтырғыс сара әҙерләгәне, тәмле аштары өсөн рәхмәт белдерҙе.

Балаларҙы тәрбиәләү-ғәжәп һөнәр ул
Балаларҙы тәрбиәләү-ғәжәп һөнәр ул
Балаларҙы тәрбиәләү-ғәжәп һөнәр ул
Балаларҙы тәрбиәләү-ғәжәп һөнәр ул
Балаларҙы тәрбиәләү-ғәжәп һөнәр ул
Балаларҙы тәрбиәләү-ғәжәп һөнәр ул
Балаларҙы тәрбиәләү-ғәжәп һөнәр ул
Балаларҙы тәрбиәләү-ғәжәп һөнәр ул
Балаларҙы тәрбиәләү-ғәжәп һөнәр ул
Балаларҙы тәрбиәләү-ғәжәп һөнәр ул
Балаларҙы тәрбиәләү-ғәжәп һөнәр ул
Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: