Мәктәпкәсә белем биреү тураһында һүҙ йөрөткәндә, осрашыуҙа ҡатнашыусылар балалар баҡсаларында балалар һанын кәмеү проблемалары хаҡында әйтте. 1788 урындың 57 проценты ғына тултырылған. Шулай уҡ мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың һаулығын нығытыу һәм ғаилә менән үҙ-ара эш итеүҙең һөҙөмтәле формаларын ойоштороу мәсьәләләре тикшерелде.
Дөйөм белем биреү өлкәһендә системаны модернизациялау мәсьәләләрен һәм уҡытыу сифатын күтәреү кәрәклеге тураһында һөйләшеү булды. Сентябрҙән 5-11 класс уҡыусылары йәнә «Хеҙмәт» те өйрәнә башлай һәм тәүге тапҡыр «Ватанды һаҡлау һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре»предметы менән таныша.
Быйылғы имтихан кампанияһы һөҙөмтәләре менән ҡыуандыра. Бөтә 11 класс уҡыусылары ла берҙәм дәүләт имтиханын уңышлы тапшырҙы һәм мәктәп аттестаттары алды. 17 сығарылыш уҡыусыһы «Уҡыуҙағы айырым уңыштары өсөн» миҙалы менән бүләкләнде, ә Софья Ефимова физика буйынса 100 балл алғандан һуң Өфө фән һәм технологиялар университетына уҡырға ингән.
Былтыр уҡыусылар олимпиадаларҙа һәм конкурстарҙа яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. Көйәҙебаш ауылы мәктәбе «Тәүгеләр хәрәкәтенең беренсел бүлеге» конкурсында 3-сө урынды алған, ә Талбазылағы икенсе һанлы мәктәп хәрби-патриотик клуб проектын тормошҡа ашырыу конкурсында еңгән.
Конференцияның мөһим темаһы булып йәштәрҙе тарихи һәм рухи-әхлаҡи тәрбиәләү торҙо. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Шәриф Мөсәғитовҡа Белоруссияны азат итеүҙең 80 йыллығына миҙал тапшырылды. Ул Белоруссия ерен азат иткән Башҡортостан ветерандары араһынан ҡалған берҙән-бер ветеран.