Рух
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
17 Август , 09:46

Йыл башында Төрөмбәт ауылының балалар баҡсаһына «Һомай» аҡыллы колонкаһы бирелде

Был барыһына ла билдәле булған «Алиса»ның аналогы. Тик ул башҡорт телендә һөйләшә белә. Уны Өфө программисы эшләгән.

Йыл башында Төрөмбәт ауылының балалар баҡсаһына «Һомай» аҡыллы колонкаһы бирелде
Йыл башында Төрөмбәт ауылының балалар баҡсаһына «Һомай» аҡыллы колонкаһы бирелде

Балалар баҡсаһында кескәйҙәр уның аша төрлө әкиәттәр, шиғырҙар тыңлай ала, ул балаларҙы халыҡ мәҡәлдәре менән дә таныштыра. Хатта милли аҙыҡтарҙың рецептын да белергә мөмкин.

Тәрбиәселәр Мәйсәрә Рәхмәтуллина менән Рушания Ибраһимова әйтеүенсә, мөғжизәле техникаға йомшаҡ ҡына итеп, тыныс мөрәжәғәт итергә кәрәк икән.

  • Балаларға ҡыҙыҡ, әлбиттә. Беҙ ҙә дәрестәрҙе төрләндерә алабыҙ. Күп әкиәттәр индерелгән. Ниндәйҙер етешһеҙлектәре бар әлегә. Һынау өсөн сығарылған бит инде. Унда йырҙарҙың минустарын, бейеү көйҙәрен ишетергә теләр инек. Байрамдар үткәреү өсөн дә бик файҙалы булыр ине, - тип фекерҙәре менән бүлеште инде дүрт тиҫтәгә яҡын ғүмерен балалар тәрбиәләүгә бағышлаған Мәйсәрә Миңлеәсҡәт ҡыҙы.

«Һомай»ҙәң нигеҙендә яһалма интеллектлы чат-бот ята. .

Йыл башында улар башҡорт телле балалар баҡсаһына бирелһә, яңы уҡыу йылында төбәк мәктәптәренә лә килеп етәсәк. Һуңынан инде уны сериялы етештереүгә ҡуйырға планлаштыралар.

Аҡыллы ассистент башҡорт теленән рус теленә, һәм киреһенсә, тәржемәләр эшләй, һорауҙарға яуап бирә, башҡорт телендә йырҙар таба һәм рецепттар менән бүлешә ала. Теләүселәргә колонка ярҙамында туған телен өйрәнергә лә була.

 

«Минең тәрән инаныуымса, туған телде һәм мәҙәниәтте өйрәнергә, бигерәк тә яратырға мәжбүр итеү мөмкин түгел. Ләкин өйрәнеү процесын заман технологиялары һәм методикаһы менән бик ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс итергә мөмкин», - тине Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, колонканың әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алып.
Йыл башында Төрөмбәт ауылының балалар баҡсаһына «Һомай» аҡыллы колонкаһы бирелде
Йыл башында Төрөмбәт ауылының балалар баҡсаһына «Һомай» аҡыллы колонкаһы бирелде
Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: